Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
22 Март 2023, 04:30

"Һәр һөнәрҙең үҙ оҫтаһы, һәр оҫтаның -үҙ остазы"

Уҡытыусы –  иң ҡатмарлы, иң ауыр, шул уҡ ваҡытта донъялағы иң изге, иң мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе ул. Бөтә булмышын, ғүмерен балаларға төплө белем биреүгә арнаған  райондашыбыҙ, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Гүзәлиә Ҡотлогилдинаны үҙ һөнәренең оҫтаһы тип кенә түгел, оҫталарҙың остазы тип әйтергә була.

- Күгәрсен мәктәбендә 6-сы синыфҡа тиклем белем алғас, яҙмыш мине Кушнаренко интернат-мәктәбенә килтерҙе. Уҡый башлағас, уйламаған ҡаршылыҡтарға осраным: Күгәрсен мәктәбендә  ул ваҡыттарҙа Татарстандың уҡыу программаһы - Ҡазандан килтерелгән уҡыу әсбаптары менән белем алдыҡ. Татарстанда нәшер ителгән  “Яшь Ленинчы” гәзитен, “Ялҡын “ журналын бөтә уҡыусылар алдырҙы.

“Ватаныбыҙ –Татарстан” тигән девиз менән уҡыттылар. Бигерәк тә тирә-яҡ ауылдарҙан йөрөп уҡыған башҡорт балаларына әйтеп бөтөргөһөҙ ҡыйынлыҡтар тыуҙыра ине был хәл. Мин дә, интернетҡа  барып уҡый башлағас, үҙебеҙҙең республикабыҙҙы - Башҡортостанды - бөтөнләй белмәгән уҡыусы икәнлегемде аңланым. Дәрестә Башҡортостан райондарын һанарға ҡушһалар, мин Аҡтаныш, Азнаҡай, Баулы, Минзәлә татар райондарын һанайым. Кластағы малайҙар  көләләр, мин илайым, үҙем оялам. Ләкин уҡытыусылар бик тә итәғәтле, мәрхәмәтле булды. Ипләп кенә, тауыш күтәрмәй генә аңлаталар, беҙҙең Башҡортостан  - тыуған республикабыҙ икәнен төшөндөрәләр.

         Уларҙың йылы, яғымлы мөғәлләмәһе ошо һөнәргә ғашиҡ иттергәндер. Сығышы менән Ырымбур өлкәһенән булған һуғыш ветераны Биктимеров Зәбир Кәрим улы теүәл фәндәр - математика, физика, черчениенан белем бирҙе. Уның дәрестәре, уҡыусылар менән  тыныс ҡына аралашыуы, төплө фекерҙәре әле лә иҫтә.

         Дөйөм алғанда, Кушнаренко интернат-мәктәбендә белем биргән уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе гел генә йылы хистәр менән иҫкә алам,  - тип бәйән итә Гүзәлиә Ниязбәк ҡыҙы бала саҡ йылдары тураһында. - Мәктәптә уҡытҡан осорҙо ла һағынам. Ҡыҙыл Яр, Етеболаҡ, Үрге Мөрсәләй ауылы балалары йөрөп уҡыны. Балалар тырыш булды. Тел, милләт айырыу кеүек күренештәр бөтөнләй булманы. Уҡытып сығарған уҡыусыларыбыҙ араһында төрлө һөнәр алып, илебеҙгә тоғро хеҙмәт итеүселәр күп.

         Эшләй башлаған осорҙа сағыштырмаса йәш булған хеҙмәттәштәрем - Сәмәрә Сәйет ҡыҙы Бәҙәмшина, Фәрхәнә Ҡаһарман ҡыҙы Рәхмәтуллина, Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы Фәхретдинова, шулай уҡ беҙҙән һуңыраҡ килеп эш башлаған Асия Ғиззетдин ҡыҙы Вәлитовалар менән әлегәсә  аралашабыҙ,  кәңәшләшәбеҙ,  мәктәптә эшләгән йылдарҙы һағынып һөйләшәбеҙ. Өлкән уҡытыусыларҙан әлеге көндә иҫән-имен йәшәп  ятҡан Айытҡолов Ғайфулла ағай, Арапова Флүрә апайҙарҙың да хәлдәрен  гел белешеп торабыҙ.

         Минән һуңыраҡ килеп эшләй башлаған Наил Сәйет улы һәм Зәһүрә Фәйзулла ҡыҙы Бәҙәмшиндар тураһында ла әйтеп үтәйек әле: Наил Сәйет улы балаларға рус теленән, ә Зәһүрә башҡорт теленән белем бирҙеләр, ул әлеге көндә лә эшләп йөрөй. Наил Сәйет улы балаларҙың яратҡан уҡытыусы булып, үҙенсәлекле ысулдар ҡулланып, онотолмаҫ дәрестәр үткәргән хөрмәтле уҡытыусы булып хаҡлы ялға сыҡты. Район мәғариф бүлегенән уның хеҙмәтенә тейешле баһа бирелмәһә лә, уҡыусылары күңелендә яҡты хәтирәләр ҡалдырған ир-уҙаман ул.

Хәҙер уйлайым: коллективыбыҙ үҙе бер татыу ғаилә булған икән. Берҙәм, эшсән, бер-береһен ихтирам иткән, миһырбанлы, ярҙамсыл коллективта эшләүем менән бәхетлемен. Тормош юлымда остаз булырлыҡ кешеләр күп булды. Төрлө сетерекле хәлдәр килеп сыҡҡан ваҡытта ла тыныс ҡына, айыҡ аҡыл менән ошо хәлдәрҙән сығырға өйрәтеүсе ағай-апайҙар менән эшләп, тора-бара йәштәргә лә ошоно өйрәтеп, матур хеҙмәт юлы үтергә насип булды. Уларҙың барыһына ла мең-мең рәхмәтлемен.

 

Фотолар ғаилә архивынан алынды.

Тулы мәҡәлә - район гәзитендә.

"Һәр һөнәрҙең үҙ оҫтаһы, һәр оҫтаның -үҙ остазы"
"Һәр һөнәрҙең үҙ оҫтаһы, һәр оҫтаның -үҙ остазы"
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас