Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
20 Март 2023, 10:05

Йәшәйешебеҙҙә мөһим роль уйнаған тармаҡ хеҙмәткәре

Кисә торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Мораҡ ауылында йәшәүсе Илшат Шамил улы Вәхитов 2013 йылдан алып ошо тармаҡта эшләй. Тәүҙә слесарь вазифаһын башҡара, аҙаҡ уҡып сығып, йылылыҡ буйынса оператор булып китә.

Йәшәйешебеҙҙә мөһим роль уйнаған тармаҡ хеҙмәткәреЙәшәйешебеҙҙә мөһим роль уйнаған тармаҡ хеҙмәткәре
Йәшәйешебеҙҙә мөһим роль уйнаған тармаҡ хеҙмәткәре

Илшат эшләгән 1-се ҡаҙанлыҡ Мораҡ ауылында урынлашҡан социаль объекттарҙы - “Шишмәкәй” балалар баҡсаһын, дауахананы, мәктәптәрҙе, хеҙмәт коллективтары урынлашҡан биналарҙы һ.б. хеҙмәтләндерә.

 Ҡаҙанлыҡта барлығы 8 кеше, сменалары төндә лә, көндөҙ ҙә булырға мөмкин. Йылытыу миҙгелендә уларға айырыуса абай булыу зарур: сәғәт һайын тыштағы һәм эстәге һауа температураһын күҙәтеп теркәп барырға, баҫымды көйләргә, халыҡтан шылтыратыуҙар ҡабул итергә, журналдарҙы тултырырға кәрәк. Былар, әлбиттә, көндәлек мәшәҡәттәр генә. Бынан тыш, күҙгә күренмәгән, эштәре лә бихисап. Әңгәмә барышында иһә шул күҙгә ташланды: ҡаҙанлыҡтар көслө тауыш сығарып эшләй. Көнө-төнө геүләп эшләп торған ҡорамалдар янында эшләүе лә үтә еңел түгелдер...

 Йылылыҡ миҙгеле ғәҙәттә апрель аҙаҡтарында, май баштарында туҡтала. Шулай ҙа предприятиела эшләүселәр өсөн эштәр еңеләйә тип әйтеп булмай, артабан инде киләһе ҡышҡы йылытыу миҙгеленә ныҡлы әҙерлек башлана: ҡаҙандар, насостар селтәре тикшерелә, йылылыҡ трассаһы ремонтлана, кәрәк ерҙә торбалар алмаштырыла, барлыҡ етешһеҙлектәр төҙәтелә... Был осорҙа инде ул  водитель, слесарь вазифаларын башҡара.

 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас