+4 °С
Болотло
Эльвира байтаҡ йылдар инде урындағы китапханала эшләй. Кейәүгә сыҡҡансы билдәле “Гөрләүек” ансамблендә шөғөлләнгән, Сәйетҡол ауылында уҙған барлыҡ мәҙәни сараларҙы уның дәртле бейеүҙәре биҙәй. Ғаилә башлығы мәктәп автобусын йөрөтә.
Уңғандың ҡулы – ун, тигәндәй, хөкүмәт эшенән буш арала гөрләтеп донъя көтөргә лә өлгөрәләр Хөсәйеновтар. Үҙҙәренең магазины бар, күпләп мал аҫрайҙар.
Ауыл ерендә үҫкән балалар ғәҙәттә ҡул араһына бик иртә инә, бәләкәйҙән эштең рәтен, тәртибен белеп үҫә. Хөсәйеновтарҙың ҡыҙ-улдары ла өйҙә ваҡытта ата-әсәһенә ҙур ярҙам күрһәтә.