Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Март , 09:23

Браконьерҙар Ҡыҙыл китапҡа индерелгән боланды атып үлтергән

Был хәл күрше районда була. 

Браконьерҙар Ҡыҙыл китапҡа индерелгән боланды атып үлтергән
Браконьерҙар Ҡыҙыл китапҡа индерелгән боланды атып үлтергән

Йылайыр районының Иван-Ҡыуалат ауылында йәшәүсе 28 һәм 33 йәшлек ирҙәр трактор алып урманға һунарға сыҡҡан.

Уларҙың ҡиммәтле мылтығы булған да бит, тик һунар итеүгә рөхсәте булмаған. Ирҙәр урманда өс йәш тирәһендәге боланды атып ала. Ике дуҫ йәнлекте икегә бүлеп, тракторға тейәй, ә ҡалдыҡтарын ҡар менән күмәләр.

Әлеге ваҡытта ике ғәйепләнеүсе лә ҡулға алынған, 60 килограмм ит, һунар мылтығы, бысаҡ, балта һәм транспорт сараһы тартып алынған. «Ҡыҙыл китапҡа индерелгән ҡырағай хайуандарға законһыҙ һунар итеү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Автор:
Читайте нас в