Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Март 2023, 14:39

Алтмыш йыл бергә-бергә

 Мораҡ ауылының Совхоз урамында йәшәүсе һоҡланғыс пар – Мәҙинә менән Исмәғил Ғилмановтар 60 йыл элек яҙҙың ҡояшлы көнөндә, 15 мартта, йәшлек туйҙарын гөрләткән.  Шул тантаналы көн уңайынан уларҙы бөгөн Мораҡ ауыл биләмәһе башлығы Денис Айытҡолов һәм эштәргә идара итеүсе Эльвира Кинйәбулатова тәбрикләне. Ғүмерҙәренең матур мәлен намыҫлы хеҙмәткә бағышлаған, ныҡлы ғаилә ҡороп ил күркен арттырып йәшәгән матур парға республика башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы улар.

Алтмыш йыл бергә-бергә
Алтмыш йыл бергә-бергә

 Һатлыҡ ауылы егете Исмәғил Шакирйән улы менән Ыуары (Багдашкин) ҡыҙы Мәҙинә Мирас ҡыҙы тәү күреүҙән бер-береһенә ғашиҡ булып, ҡауышып, гүзәл йәшлектә тыуған эскерһеҙ хистәрен, бер-береһенә булған ихтирам-хөрмәтте ғүмер баҡый һүрелтмәй. Ғаилә башлығы оло хеҙмәт юлын ябай водитель булараҡ башлап, артабан 30 йыл гараж мөдире булып эшләй. 80 техника, 80 водитель өсөн яуаплылыҡ ята уның иңдәрендә. Хәләл ефете оҙаҡ йылдар икмәк комбинатында эшләй. Тынғыһыҙ эш араһында ике балаһына лайыҡлы тәрбиә бирә, уларға кәрәкле белем, һөнәр алырға ярҙам итә изгелекле ата-әсә. Хәҙер инде бәхетле өләсәй-олатайҙы ейән-ейәндәре, бүлә-бүләсәләре әленән-әле ҡыуаныслы хәбәрҙәре, ҡаҙаныштары менән ҡыуандырып тора.

- Икең бер һүҙле булып, кәрәк саҡта түҙемлек, сабырлыҡты онотмаһаң, үҙ өлгөңдә балаларҙы тәртипкә өйрәтһәң, эштән ҡурҡмаһаң, бар ҙа яҡшы була, - ти йылмайып Ғилмановтар.

 60 йыл бергә-бергә татыу йәшәү сере бик ябай ғына икән дә! Тик ҡауышҡан йәрҙәрҙең йөрәктәре парлы типһен, ғүмерҙәре генә оҙон булһын ине...

 Тулыраҡ мәғлүмәтте баҫманың киләһе һанында уҡырға мөмкин.    

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: