Шәғбан айы ураҙаһы бик хикмәтле:
әгәр кеше ошо шәғбан айында бер көн генә булһа ла ураҙа тотһа, Аллаһ Тәғәлә ул кешенең тәненә тамуҡ утын тейҙертмәҫ, ти;
әгәр кеше шәғбан айының бөтә көндәрендә лә ураҙа тотһа, уға ожмах важиб булыр, ундай бәндә үлем иҫереклеген татымаҫ, ҡәбер ҡараңғылығын да күрмәҫ һәм Мөнкир менән Нәкир (үлгәндәрҙән һорау ала торған фәрештәләр) ҡурҡыуын күрмәҫ;
Аллаһ Тәғәлә ул кешенең ғәйептәрен һәм гонаһтарын ҡиәмәт көнөндә иҫкә алмаҫ, халыҡ араһында уның ғәйептәрен рисуай ҡылмаҫ.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, шәғбан айы ингәс, шулай ти торған булған: «Гонаһтарығыҙҙың бөтәһенән дә тәүбәгә килегеҙ, истиғфәр итегеҙ. Рамаҙан айына гонаһтарығыҙҙан пакланып инегеҙ!».
Бөрйән районынан Рәшиҙә Ғиззәтуллина ураҙаға әҙерлек буйынса бер нисә төплө кәңәш бирә:
* Аллаһ Тәғәләгә тәүәккәлләнеп, ниәттәрҙе теүәлләгәндән һуң, алдан уҡ дөрөҫ туҡланыу саралары күрелде. Иң беренсе милли, ябай аҙыҡтар ҡулланыуҙы күҙ уңында тоттом. Ит ризыҡтарын кәметеү ҙә күҙ уңынан ысҡындырылманы, сөнки итте эшкәртеү өсөн организм күп көс сарыф ителеүен беләбеҙ.
* Иң тәүҙә баҙарға сығып, төрлө сәтләүек, киптерелгән емеш-еләк һатып алып, интернеттағы рецепт буйынса шуларҙы итборғостан үткәреп, балға ҡушып 3 айлыҡ запас эшләп ҡуйҙым. Иртәнге сәхәр ваҡытында бер аш ҡалағы туҡлыҡлы шул масса менән сәй эсәм. Арпа ярмаһынан үҙебеҙ әҙерләгән талҡандан баллы-майлы йомарлаҡтар әҙерләп, һыуытҡыста тотам. Иртән ризыҡланғанда,икмәк урынына шул бер йомарлаҡты ашайым. Һыйыр майынан тап-таҙа ғына һарымай иретеп ҡуйҙым. Көнөнә бер аш ҡалағы шул майҙы ла ашарға тырышам, сөнки эсәк буйҙарындағы ташҡа әйләнеп ҡатҡан ҡалдыҡтарҙы йомшартыу менән бергә, ул эс ҡатыуҙан бер сара булыр тора.
* Сәхәр алдынан да, ифтар алдынан да, эске таҙарыныу маҡсатынан, бер балғалаҡ тмин майы йотоп ебәрәм һәм бер стакан баллы йылымыс һыу эсәм. Унан ҡалһа, көҙ байынан әҙерләп ҡалдырылған мышар, балан кеүек үҙебеҙҙең тыуған ерҙә, Аллаһ Тәғәләнең беҙгә инселәгән еләк-емештәребеҙ бар ҙа баһа! Юғиһә, сит илдән әллә кемдәр, әллә ниндәй ниәттәр менән йыйып беҙгә оҙатҡан, банан-манан,әфлисун-мәфлисун һ.б. “аҡса емештәре”менән мауығып киттек.
* Төрлө бутҡаларҙы бешергәндә, ваҡлап турап ҡышҡылыҡҡа һыуытҡыста туңдырған ашҡабаҡ, йә булмаһа, кәбеҫтә, кишер ваҡлап ҡушып ебәрәм. Еңел үҙәштерелә һәм шулай уҡ туҡлыҡлы һәм тәмле була бындай бутҡалар.
Әлбиттә, ураҙа тотоу һәр кемдең Аллаһ Тәғәлә алдында ғына яуап бирә торған йәшерен бурысы һәм ғәмәле, уны бар ғәмгә фаш итеүҙе рыялыҡ һанала. Ләкин был ихласлығымды ураҙа тоторға ҡыймай ҡурҡып йөрөүселәргә, ураҙала булып та, ниндәйҙер уңайһыҙлыҡ кисергән милләттәштәремә кәңәш биреү маҡсатынан ғына уртаҡлашам.
Аллаһ Тәғәлә барыбыҙҙан да ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен, ин шәә Аллаһ!