Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Март , 12:39

"Әр-Рәхим" мәсете манараһы тергеҙелерме?

"Әр-Рәхим" мәсете манараһының көмбәҙе алдағы бер нисә аҙна эсендә тергеҙеләсәк

"Әр-Рәхим" мәсете манараһы тергеҙелерме?
"Әр-Рәхим" мәсете манараһы тергеҙелерме?

Был турала Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе Азат Фәттәхов белдергән.

Уның әйтеүенсә, манараның көмбәҙе көслө ел арҡаһында зыян күргән. Көмбәҙҙе йүнәтеү йәки яңыһын эшләү мәсьәләһен артабан хәл итеү маҡсатында етештереүсегә ебәреү хаҡында ла белдергән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Өфөлә елдең көсәйеүе һөҙөмтәһендә төҙөлөп ятҡан "Әр-Рәхим" мәсете манараһының көмбәҙе осоп төшкән.

Автор:
Читайте нас в