Мораҙым
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Март 2023, 12:31

Ғорурланырлыҡ аҫыл яҡташыбыҙ

Уның хеҙмәт кенәгәһендә ике генә яҙыу. Шуның тәүгеһе - Күгәрсен районының "Хеҙмәткә дан" гәзите тәржемәсеһе.   

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаева Әлмәс ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт юлын урындағы редакцияла башлай. 

"Был минең өсөн ҙур мәктәп ине. Һәйбәт коллективҡа эләктем. Журналистика, ғөмүмән, һүҙ ҡәҙере, һүҙ бәҫе хаҡында аңлатма алыуым ошо гәзиттә булды. Мине эшкә өйрәткән апай-ағайҙарҙың барыһын да иҫләйем. Уларға рәхмәтем сикһеҙ. Мин хатта, эшкә мөкиббән бирелеп, уҡырға инеү кәрәклеге хаҡында ла артыҡ уйлап бирмәй инем. Баш мөхәрриребеҙ, ике аҙналыҡ отпускы биреп, ҡыуып тигәндәй имтиханға ебәрҙе.

Мәктәпте «бишле»гә генә тамамлаған, гәзиттә эшләп тәжрибә туплаған кеше булараҡ, БДУ-ның филология факультетына һынау тотоп, һис ниндәй ауырлыҡһыҙ инеп киттем. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып ҡайтҡандан һуң да район гәзитендә эшемде дауам иттем әле, 30 августа, саҡырыу килгәс кенә, йыйынып, Өфөгә сығып киттем.

1985 йылда, өсөнсө курста уҡып йөрөгәндә, Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетына күстем. 1988 йылда «Башҡортостан» радиоһында эш башланым. Быйыл, Аллаһы бирһә, бында килеүемә 35 йыл тула", - тип һөйләй яҡташыбыҙ. 

 

Әйткәндәй, Тәнзилә Абдулла ҡыҙы бөгөн күркәм ғүмер байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан район халҡы исеменән иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!

Ғорурланырлыҡ аҫыл яҡташыбыҙ
Ғорурланырлыҡ аҫыл яҡташыбыҙ
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: