Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Март , 12:22

Өләсәйҙәр -милләт тотҡаһы

Милләтмен тигән милләт ҡыҙҙары һәр заманда ла үҙ асылын һаҡлай, яҡлай белә. Заман ни тиклем генә алға китмәһен, ҡанға һеңгән атай-әсәй тәрбиәһе йылдар үткәс, айырыуса олоғайған көндә үҙен ап-асыҡ белдерә. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүес әйберҙәрен, аҫалы балаҫ кеүек өй ҡаралтыларын тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индергән Зифа Ғәфүр ҡыҙы Баймәнова тураһында булыр бөгөнгө һүҙебеҙ. Зифа инәй Үрге һаҙҙан бер биш саҡрымдай урман яғындараҡ урынлашҡан Ишбай (халыҡ телендә Ҡолшай) ауылында тыуып үҫә.

- Беҙҙең ауыл хәҙер юҡ ул. Бөттө. Ауылда дүрт класс булды. Унда уҡығас, аҙаҡ уҡыуымды Үрге Һаҙҙа дауам иттем, һигеҙҙе бөткәс, Стәрлетамаҡҡа уҡырға киттем.

Әсәйем Айһылыу, өләсәйем Зөләйха исемле ине. булды. Атайым  Ғәфүр Аллабирҙенеке. Әсәйем менән бергә йәшәмәгәндәр, мин бер бөртөк бала булдым.

         Бәләкәйҙән өләсәйем эргәһендә уның ҡурсалауын да, һөйөүен дә, йылыһын да тойоп үҫтем. Бөтә эшкә лә өйрәттеләр. Әсәйем башҡа тормошҡа сыҡманы, Үрге Һаҙ фермаһында һауынсы булып эшләне. Мин кейәүгә сыҡҡансы ауылда йәшәне лә, аҙаҡ Стәрлетамаҡҡа күсте.

Өләсәйем 1981 йылға хәтлем Ҡолшайҙа йәшәне. Бер үҙе. Бөткән, буш ауылда шул йылды ике әбей – Әбделмәнова Гөлъямал тигән инәй менән өләсәйем- генә ҡыш сыҡты.  1982 йылда өйөн Үрге Һаҙға күсереп һалып бирҙек.  Өләсәйемде ҡараным. Үҙебеҙ Себерҙә торҙоҡ, ҡышҡыһын алып китәм дә, яҙын ауылға кире алып ҡайтып ҡалдырам. 105 йәшендә донъя ҡуйҙы, ғүмерле булды.

Алтын ҡуллы, бөтмөр, йүнсел кеше булды. Оҫта итеп быйма төпләне. Хатта бабайлы әбейҙәр ҙә быймаларын тотоп килеп етер ине. “Зингер” һымаҡ шәп, ныҡлы теген машинаһы булды, ауылда әбейҙәргә күлдәк тә тегеп бирә торғайны. Иҫләйем: бер еңгәһенең күлдәгенә түш тирәһенә “тулҡын” биҙәк һалып, икенсеһенә ябай ғына итеп күлдәк теккән. Шул еңгәһе күлдәген кире тотоп килеп, “минекенә биҙәк һалмағанһың” тип үпкәләп, кире килеп, эшләтеп алды.

Өләсәйем ир балалар араһында үҫкән. Ун бер ағай-ҡустыһы булған. Ҡыҙ балалар тыуған да үлеп торған, нишләптер. Өләсәйем тыуғас, ҡартатайым Әхмәтғәлим ҡарт: “Ҡыҙым тыуһа, биш йәшенә еткәнсе йыл да ҡорбан салдырыр инем, ҡорбан итен ҡыҙыма берҙе лә ашатмаҫ инем”, -  тип әйтеү әйткән.

 

Тулы мәҡәлә - гәзиттә.

Өләсәйҙәр -милләт тотҡаһы
Өләсәйҙәр -милләт тотҡаһы
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас в