+5 °С
Болотло
Бикбулат ауылының "Мәхиән" мәсетендә уҡыусылар өсөн дини тәрбиә дәрестәре үтте. Ауыл имамы Ғәзиз хәҙрәт Ғәббәсов балаларға ислам нигеҙҙәре, етеп килгән изге рамаҙан айы, ҡөрьән-кәрим тураһында төплө һабаҡ бирҙе, Пәйғәмбәрҙәр тарихын бәйән итте.
Әйткәндәй, бай тарихлы был мәсеттән халыҡ өҙөлмәй, йома намаҙҙары ла, дини байрамдар ҙа һәр саҡ ойошҡанлыҡ менән юғары кимәлдә үтә.