Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
9 Март 2023, 12:01

Быуындарығыҙ һыҙлаймы?

Кипкән әрем моғайын да һәр кемдә лә барҙыр. Әгәр булмаһа, борсолмағыҙ. Ул аптекала ла һатыла. 

Быуындарығыҙ һыҙлаймы?Быуындарығыҙ һыҙлаймы?
Быуындарығыҙ һыҙлаймы?

Бер литрлыҡ банкаға онталған бер ҡап әремде һалып, өйөгөҙҙә булған үҫемлек майын тултырғансы ҡойоғоҙ.

Был әремле майҙы ҡояшлы тәҙрә төбөнә ултыртып ҡуйығыҙ. Мәле менән һелкетеп-һелкетеп алырға онотмағыҙ. 40 көндән һуң әрем майы әҙер була. 

Был майҙан тубығығыҙға, арҡағыҙға, һыҙлаған ҡулығыҙға компресс эшләгеҙ. 2-3 тапҡыр ошолай иткәндән һуң һыҙланыуҙар баҫылыр. 

Әйткәндәй, был май шулай уҡ аллергиянан да ярҙам итә. Сыҡҡан сабыртма урынын майлағыҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ! 

Автор:
Читайте нас