Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
7 Март 2023, 04:44

22 бала ултырған автобус юл фажиғәһенә осраған

Мәктәп автобусы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

22 бала ултырған автобус юл фажиғәһенә осраған22 бала ултырған автобус юл фажиғәһенә осраған
22 бала ултырған автобус юл фажиғәһенә осраған

3 мартта Стәрлетамаҡ районында мәктәп автобусы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, иртән Стәрлетамаҡ - Федоровка автомобиль юлының 15-се саҡрымында Peugeot Boxer автобусы рулендәге 54 йәшлек водитель төп юлға сыҡҡанда «ВАЗ-21099» менән бәрелешкән.

Юл-транспорт ваҡиғаһында бер кем дә йәрәхәтләнмәгән, транспорт механик зыян күргән.

Билдәле булыуынса, балалар Айгөл ауылы мәктәбенә уҡырға китеп барған. Уҡыусылар белем усағына йәйәү барып еткән. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү алып барыла.

Автор:
Читайте нас