

Күрше Ырымбур өлкәһенә ҡараған Төйөлгән ҡасабаһында тыуған Ләйсән Урал ҡыҙы. Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының вокал бүлегендә Зәйтүнә Сәрүәрова класында белем алған. Студент йылдарында уҡ Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләп тә йөрөгән. Хор каппелаһы менән Ҡазан ҡалаһында сығыш яһау, Башҡортостандың төрлө ауыл-ҡалалары буйлап гастролдәргә сығыу күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра.
2005 йылда уҡыуын тамамлап һәм филармониялағы эшен ҡалдырып, район мәҙәниәт һарайына эшкә ҡайта. Бына шул осорҙан алып уның хеҙмәт юлы тап ошо учреждение менән бәйле. Әйткәндәй, Ләйсән төп эшенән тыш, бер йыл самаһы гимназияла музыка уҡытыусыһы, район телевидениеһында ике-өс йыл самаһы алып барыусы булып эшләргә лә, ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтында музыка белгесе специальносы буйынса белем алырға ла ваҡыт таба.
Бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ булып үҫһә лә, Ләйсән йырсы булырға хыялланмай. “Үҙем вокал бүлегендә уҡып йөрөһәм дә, йырсы булыу тураһында уй йөрөтмәнем”, - ти бихисап конкурстар еңеүсеһе.
Йыр-моңға булған һәләт уға нәҫелдән, ҡандан бирелгән. Исеме халыҡ күңеленә мәңгелеккә уйылған әүлиә, билдәле бағымсы Шәмиғол хәлфәнең бүләсәре ул. Олатаһы Дамир (хәлфәнең улы) матур йырлаған, баянда оҫта уйнаған, өләсәһе Зифа ла унан ҡалышмаған, әсәһе Рабиға, уның һеңлеһе Наилә халыҡ йырҙарын оҫта башҡара.
Тормош иптәше - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәте хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге пемия лауреаты Рәфис Фәрит улы менән Ләйсән
ике бала үҫтерә: ҡыҙҙары Мораҡ башҡорт гимназияһында белем ала, улдары “Шишмәкәй” балалар баҡсаһына йөрөй. Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, балаларҙың икеһе лә ата-әсәһенә оҡшап йыр-моңға әүәҫ.
***
Ҡатын-ҡыҙға бәхет өсөн ниҙәр кәрәк – быларҙың барыһына ла эйә Ләйсән: яратҡан эше, үҙе өсөн йән атып торған тормош иптәше, һау-сәләмәт балалары, һәр ваҡыт иңен ҡуйырға әҙер торған әсәһе менән туғандары, гөлдәй итеп көткән донъяһы... Үҙенең тәбиғәттән бирелгән һәләте, яғымлылығы, башҡаларға ихтирамлы мөнәсәбәте, баҫалҡылығы менән кешеләр алдында абруй ҡаҙанған гүзәл затҡа киләсәктә лә бәхет нурҙарына ғына ҡойоноп йәшәргә яҙһын!