+24 °С
Ямғыр


Былтыр “Айыҡ ауыл” республика конкурсында еңеү яулаған Сәлих ауылы халҡы үҙенең әүҙемлеге менән һоҡландырҙы. Уларҙы шундай ҙур саранан һуң быйыл ял итәлер тип уйлағайныҡ. Юҡ икән... Улар “Әхирәттәр” тигән ойошма ойоштороп ебәргән. Кисә улар Мәҡсүт күп функциялы ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Үрге Мөрсәләй ауылында сығыш яһаған.
Үрге Мөрсәләй ауылы халҡы уларҙы бик йылы ҡаршылаған, сығыштарын дәррәү алҡыштарға күмгән.