Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
4 Март 2023, 06:35

Районда - яңы мировой судья!

 БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында  тәүге тапҡыр 3 йылға Гөлсинә Исҡужина Күгәрсен районы буйынса 2-се суд участкаһына мировой судья булып һайланды.  Кисә район судында уның менән танышыу сараһы уҙҙы. Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин, судьялар, суд хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары, район прокуроры, матбуғат вәкилдәре һ.б. ҡатнашты.  Улар Гөлсинә Рәис ҡыҙын яңы вазифаһы менән ҡотланы, яуаплы эшендә уңыштар теләне.  Гөлсинә Рәис ҡыҙы Күмертау ҡалаһында тыуып үҫкән.

Районда - яңы мировой судья!Районда - яңы мировой судья!
Районда - яңы мировой судья!

Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Беҙҙең районға мировой судья булып тәғәйенләнгәнсе Башҡортостан Республикаһының Юғары судында төрлө вазифалар атҡарған: гражданлыҡ эштәре буйынса суд эштәрен башҡарыуҙы тәьмин итеү бүлегенең беренсе разрядлы белгесе, суд секретары, суд ултырышы секретары, судья ярҙамсыһы. Суд тармағының төрлө почет грамоталарына лайыҡ булған.

 Гөлсинә Рәис ҡыҙына эшендә уңыштар юлдаш булһын!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас