

Әсәйҙәрҙең оя-оя ҡаҙ аҫрағанын күптәр хәтерләйҙер. Яҙғы ҡояш сағыулана барған мәлдә инә ҡаҙҙар йомортҡа һала башлай һәм көндәр апаруҡ йылынғас, йомортҡаларҙы баҫырға ултыра торғайны. Тал сыбығынан үрелгән оялары иһә карауат йәки урындыҡ аҫтында урын ала. Был осорҙа беҙгә, өйҙәге бала-сағаға, артыҡ шашынырға ла ярамай: ҡаҙ артыҡ шау-шыуҙы яратмай, шунда уҡ ыҫылдай башлай.
Йәшел үлән баш ҡалҡытҡас, йомортҡаларҙы тишеп, һап-һары ғына ҡаҙ бәпкәләре сыға.
Сиҙәмдә ҡаҙ көткән мәлдәр бала саҡтың иң матур саҡтары булып хәтергә уйылған! Юғарыраҡ кластарҙа уҡығанда мәктәптән ҡайтҡас та, бер ҡосаҡ китаптарҙы алып туғайҙа имтиханға әҙерләнә-әҙерләнә ҡаҙ бәпкәләрен һаҡлаған мәлдәр мәңге онотолмаҫ. Шуныһы ҡыҙғаныс: хәҙер оя-оя ҡаҙҙар аҫраған кешеләр бик һирәк. Күптәр инкубаторҙа сыҡҡан бәпкәләрҙе һатып алыуҙы хуп күрә. Ә бына районыбыҙҙың бер ауылында йәшәгән Зәлифә инәй быйыл бер түгел өс ҡаҙ алып ҡалған. Был ҡаҙҙарға һепертмә бурандар ҙа ҡурҡыныс түгел: улар көн яҡтыһына ҡыуанып, көнөнә бер нисә тапҡыр тәҙрә аша оло йәштәге хужабикәһенең хәлен белешеп китә.