

Ғәлиә менән Даян икеһе лә ошо ауылда тыуып, ярһыу Эйек һыуында ҡойоноп сая рухлы, тормошҡа сәмле булып буй еткерә. Гүзәл йәшлек таңында ҡауышҡан парҙы район үҙәге лә, сит төбәктәр ҙә ымһындырмай. Тыуған ауылының еләкле болондарын, бесән сапҡан ҡырҙарын, тәнгә-йәнгә сихәт биргән йылғаһын, серле тауҙарын ожмах утрауы күреп, ошонда төпләнә улар.
Бер-бер артлы тыуған мөхәббәт емештәре Фәттаховтарҙың йортона тағы ла ҡот өҫтәй, ғаилә ептәрен нығыта. Иң тәүгеһе – Линар Бикбулат ауылы мәктәбенең 5-се класында уҡый хәҙер. Ата-әсәһе кеүек үк әүҙем, тырыш, төбәктә үткән бер спорт сараһынан ситтә ҡалмай. Иң яратҡан шөғөлө – елдәр менән уҙышып саңғыла елдереү.
Икенсеһе – Илфаттың 3-сө класта уҡыған мәле. Быныһы белемгә ынтылышлы, уҡыуға әүәҫ. Өсөнсөһө – Райфат 1-се класта уҡый, бейергә ярата. Дүртенсеһе – ата-әсәнең бер бөртөк наҙлы сәскәһе Дианаға 4 йәш кенә әле. “Бәләкәс ҡустым менән әсәйем янында ҡалам” тип бер ҙә ҡарталашмай, дәртләнеп “Гүзәл” балалар баҡсаһына йөрөй. Быныһы ла тыпырҙатып бейергә ярата. “Айыҡ ауыл” сиктәрендә үткән сараларҙа Бөрйәндән, Хәйбулланан килгән ҡунаҡтар алдында ла башҡорт бейеүен башҡарып, өлкән апайҙарҙың һөйөүен яулап өлгөргән ул.
Кинйәләре – Динарға йәш тә ете ай әлегә. Апай-ағайҙары артынан ул да шуҡлыҡҡа өйрәнеп килә, теремек.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булараҡ үҙен ауыл яҙмышы өсөн йән атып тороусы әүҙем йәмәғәтсе итеп танытып өлгөргән Ғәлиә Наил ҡыҙы биш сабыйына тейешле иғтибар бүлергә лә, тормош юлдашын хәстәрлеккә сорнарға ла өлгөрә. Даян Рим улы ла булдыҡлы ғаилә башлығы, донъя тотҡаһы булараҡ, һәр ваҡыт һөйөклөһөнә иңен ҡуя, уның һәр башланғысын хуплап тора. Ул Бикбулат мәктәбе ҡаҙанлығында оператор булып эшләй. Ғаиләһенең матди табышын ҡайғыртып, бура бурап та һата, ҡышҡыһын үгеҙ аҫрай, йәйҙәрен ихата тултырып ҡош-ҡорт ҡарайҙар. Дүрт бөркөтөнә һәр яҡлап өлгө булып тороусы хәстәрлекле атай йәмәғәт һәм ауыл тормошонда ҡайнаған илһөйәр рухлы уҙаман да. Әле генә Бикбулатта “Айыҡ ауыл” бәйгеһе сиктәрендә шау-гөр килеп уҙған Шәжәрә байрамында йәштәрҙең тырыш хеҙмәтен лайыҡлы баһалап үттеләр. Ғәлиә лә, Даян да Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов ҡулынан Рәхмәт хаты алып ҡыуанды.
Айыҡ аҡыл, сәләмәт йәшәү рәүешен һайлаусы һәм үҙ өлгөһөндә күп бала тәрбиәләүсе Фәттәховтар кеүек егәрле, әүҙем йәштәр был йәмле төбәктең киләсәген өмөтлө күрһәтә.
Тулыһынса мәғлүмәтте баҫманың 9-сы һанында уҡырға мөмкин.