

"2 март Конгресс - холда иҫ киткес бай йөкмәткеле байрам булды. "Ҡатын - ҡыҙ - милләт әсәһе" Бөтә Рәсәй конкурсының финалы уҙҙы. 24 региондан килгән ҡатын-ҡыҙҙар бер нисә номинацияла билдәләнде. Улдарын юғалтҡан әсәләргә миҙалдар тапшырғанда бөтә зал күҙ йәштәрен тыя алманы. Райондарҙан командалар менән килеп, сағыу милли кейемдәрҙә, биҙәүестәре сыңлап, йөҙҙәрендә нур уйнатып, күкрәк киреп йөрөнө башҡорт ҡыҙҙары. Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы етәкселегендә ойоштороусыларға ҙур рәхмәт һәм артабанғы эштәрендә уңыштар теләйем. Күгәрсен районынан яңғыҙым ғына булһам да мин дә әллә кем булып кинәнеп йөрөп ҡайттым. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормоштағы ролен тағы ла нығыраҡ төшөндөрҙө, иңдәргә тағы ла ҙурыраҡ бурыстар һалды был сара. Назар Нәжми һүҙҙәре менән әйткәндә "Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән - юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер", ти ул тәъҫораттары менән бүлешеп.