Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
2 Март 2023, 03:34

Юл фажиғәләре кәмемәй

Республикала тағы ике кеше юл фажиғәһендә һәләк булған. 

Юл фажиғәләре кәмемәйЮл фажиғәләре кәмемәй
Юл фажиғәләре кәмемәй

 Ошо көндәрҙә Мәләүез районында 35 йәшлек Өфө вәкиле идара иткән «Лада Приора» һәм руль артында Мәләүез ҡалаһынан 60 йәшлек ир ултырған «Фольксваген Тигуан» машиналары бәрелешә. Видеотеркәү кадрҙарынан күренеүенсә, «Лада» боролошта тайып китеп, ҡаршы һыҙатҡа сыға. Юл хәүефһеҙлеге идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, фажиғәлә "Лада" автомобиле водителе һәм уның 59 йәшлек пассажиры һәләк булған. Кроссовер водителе дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү ойошторолған.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас