

Кисә Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан Исем ауылының күп функциялы мәҙәни үҙәгендә гәүһәр, алтын туйҙарын билдәләүсе - 60, 50 йыл бергә ғүмер кисереүсе ғаилә парҙары тәбрикләнде. Исемдән Зәйтүнә менән Усман Ибраһимовтар, Яңауылдан Әминә менән Фәттәх Аҫылбаевтар йәмләне был көндө сәхнә түрен.
Исем ауыл биләмәһе башлығы Юлиә Хренова уларҙы күркәм ғүмер байрамдары менән ҡотлап, ошондай ғаиләләрҙең һәммәбеҙ өсөн дә өлгө булыуын билдәләп, республика Башлығының ҡотлау адресын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Исем ауылының ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Люциә Яҡупова сараны бик йәнле итеп алып барҙы. Ҡотлауҙар юбилярҙарға арналған йыр-моң менән үрелеп барҙы.
Хөрмәтле алтын һәм гәүһәр туйҙарын билдәләүсе парҙар! Һеҙҙең ғаиләгеҙгә именлек, үҙегеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысында тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.