Мөнирҙең башмағы юғалды. Кисә көтөүҙән ҡайтманы ла ҡуйҙы. Ана ҡайта, бына ҡайта, тип торғансы, ҡараңғы төшөп күҙ бәйләнде. Ауыл көтөүе бына-бына туҡтарға тора – октябрь аҙаҡтары бит.
Мөнир таң һарыһы менән тороп, көтөү йыйыла торған тау итәгенә йүнәлде. Яйлап ҡына атланы ул. Башмағының йыйылған мал араһында булыуына ышанысы ҙур ине. Әммә был өмөт малдар янына барып етеү менән, һабын ҡыуығы ише шартлап, юҡҡа сыҡты. Башмаҡ юҡ ине...
Мөнир – үҙен белә-белгәндән алып ауыл кешеһе. Ауылда тыуып үҫте. Армияны иҫәпкә алмағанда, ситкә сығып йөрөгәне булманы. Тыуған төйәгендә төпләнде. Бер-бер артлы донъяға килгән малайҙары үҙенә тиңәлеп килә.
Башмаҡ икенсе, өсөнсө көндә лә табылманы. Бесән араһына төшкән энәләй юҡҡа сыҡты. Мөнир ҡара ҡайғыға төштө.
- Насип булһа, ней, Хоҙай ҡушһа, ҡайтыр. Артыҡ бошонмайыҡ, - тине ҡатыны.
Уның был хәбәренә ирҙең аң-таң булыуы бер-ике секундҡа ғына етте.
– Хоҙайға ышанып ултырһаң, насип булһа, имеш! – тип туҙынды ла китте. – Ҡайтты ти, ҡайтмай ҙа ни! Мал ҡарамағас, мал ҡәҙерен беләһеңме ни һин!
Аҙаҡ иһә ярһыуын тыя алмай йәнә бер екерҙе лә ишекте шарт ябып, сығып китте. Үҙ-үҙенә урын таба алмай, ишек алдында йөрөй башланы. Ситтән ҡарағанда ул ишек алдын үлсәп йөрөгәнгә оҡшап тора ине.
“Тапҡан – бер ғәйепле, юғалтҡан – мең ғәйепле” тигәндәй, уйламаған уйы ҡалманы. Уйланмаҫ ерҙән уйланырһың – күҙ терәп торған һуғымы бит! Ауыл ерендә шул малға таянаһың, күҙ төбәп тораһың. Елкәң булһа, әҙерәк йоҡлап, күберәк йүгерһәң - мал табырға була. Малдың үҙенә лә малдай кеше кәрәк шул...
Төнө буйы борһаланып, йоҡлай алмай сыҡты хужа. Ойоп киткән арала, төшөндә башмағын күрҙе: ҡойроҡ сәнсеп ялан буйлап сабып йөрөй ине. Мөнир уның артынан йүгерә, үҙе туҡтауһыҙ башмағын саҡыра, имеш. Шыбыр тиргә батып, үҙ тауышына үҙе уянып китте.
Ҡатыны яйлап йөрөп, сәй әҙерләне лә үҙ эше менән сығып китте. Ул ниндәй ғәҙәттер: ире менән ҡапма-ҡаршы ултырып ризыҡланғаны юҡ. Эш эшләйме, ял итәме – бер нәмәгә ихласлығы юҡ. Барыһы ла һәүетемсә, ни уйлағаны йөҙөндә сағылмай, ни әйтергә теләгәнен тойомлау мөмкин түгел. Бына әле лә шым ғына килеп инде лә иренә өндәште: “Ноҡот һалдырып ҡарарға кәрәк. Шәрғиә әбейгә барып ҡарайһыңмы әллә?”
Мөнир өндәшмәй ултырыуында булды. Ҡатынын ул донъяһының айырылғыһыҙ бер өлөшө итеп күрә. Ҡатынмы – ҡатын. Өнһөҙ – тынһыҙ. “Ә” лә юҡ, “бә” лә юҡ. Ә Мөнир - уның киреһе. Һәр нәмәнән йәм таба, һәр эшкә ихлас. Һөйләшеүе, рәхәтләнеп көлөп ебәреүе, урынлы шаяртыуҙары башҡаларҙы ылыҡтыра. Үҙ баһаһын үҙе белә. Үҙен донъяның ысын хужаһы итеп тоя. Атлап йөрөшөндә лә ниндәйҙер дәрт, ынтылыш бар.
Башмағы юғалғас, Мөнир уйсанланды. Мейеһен бер генә уй сүкене: “Ҡайҙа ғына булырға мөмкин? Табылырмы, юҡмы?” Шуға ла ҡатынының тәҡдиме менән һүҙһеҙ ризалашты. Башҡа сара юҡ ине – кеше күҙенә салынмаҫҡа тырышып, йылға буйлатып, баҡсалар артынан ғына Шәрғиә әбей өйөнә китте...
Уның нисә йәштә икәнен берәү ҙә асыҡ ҡына әйтә алмай. Берәйһенең әйбере юғаламы, икенсеһен артабанғы яҙмышы ҡыҙыҡһындырамы – ноҡот һалыусыға бара. Әбей – таҡмаҡсы, мөнәжәттәр ҙә сығара. Һис ҡасан һүҙҙең тураһын әйтмәҫ, кинәйә менән һөйләр. Көйләп тә ебәрә, һамаҡлап та ала – үҙе бер тамаша инде! Уның ыҡсым ғына өйөнә барып инеү менән йән тыныслана, тән иҙрәй, ниндәйҙер сихри көс бар булмышыңды солғап ала, дауалай. Һәр һүҙе йөрәккә май булып яғыла. Һәр килгән кешегә өмөт осҡоно бирә, һөйләгән һүҙенә инандыра. Кешенең юғалған әйбере табыламы, юҡмы, уның яуабы бер – мотлаҡ табасаҡһың! Кеше уның өйөнән ҡанатланып сыға, өмөтө менән бер арауыҡ ваҡыт йәшәй. Ошо арала әлеге хәленә лә күнә, юғалтыуы менән дә килешә. Юғалғаны табылмаған хәлдә лә өҙгөләнмәй. “Насип булманы” тип үҙ-үҙен йыуата.
Шәрғиә әбей Мөнирҙе лә яҡты йөҙ менән ҡаршыланы. Башмағын юғалтып йөрөүен белгәс, яйлап ҡына ноҡот таштарын ҡулына алды. Ирҙе ҡаршыһына ултыртып ҡуйҙы. Ноҡот һалып бөткәнсе бер ни өндәшмәне, унан ҡапыл: “Үҙ ғүмереңдә берәйһен рәнйеткәнең булдымы?” тип һорау ҡуйҙы.
- Кешегә насарлыҡ ҡылғаным юҡ, эсмәйем, тартмайым... – тип теҙеп китте Мөнир.
- Ашыҡма, - тине әбей, - уйла, уйла...
Туҡта... Был хәл быйыл йәй булды. Күрше ауылда алыусы бар тигәс, тракторы менән бесән алып барғайны. Әлфиә исемле яңғыҙ ҡатындың ихатаһына “тауарын” бушатып, сәй эсергә инде. Һүҙгә-һүҙ эйәрҙе. Әлфиә уйынлы-ысынлы:
- Бер хикәйәлә уҡығайным. Ир менән ҡатын мөнәсәбәтенең үҙ көйө, үҙ ритмы була икән, әйкәйем! Шул ритм боҙолорға тейеш түгел икән, организм өсөн бик зарарлы ти ул.
Ҡатын хәбәрен һөйләй-һөйләй ҙә рәхәтләнеп көлә. Көлгәндә ҡыйғас ҡаштары үргә сөйөлә, күҙҙәренән серле осҡондар сәселә. Ике битендә матур соҡорсоҡтар хасил була. “Ана шул ритм боҙолорға итә бит әле, Мөниркәйем”, - тип иркә йылмая.
Тәки әүрәтте бит ирҙе! Мөнир ул төндә өйөнә ҡайтманы... Иртән ҡайтҡас ҡатынына: “Трактор боҙолдо. Һөйрәтергә техника булманы. Ташлап ҡайтһам, запчасын сүпләп бөтөрөрҙәр тинем”, - тип, юл буйы әҙерләп ҡуйған һүҙҙәрен бер тында теҙеп һалды.
Аҙаҡ тағы шул “ритмды көйләү” өсөн бер-ике мәртәбә Әлфиәгә барып килгеләгәйне шул.
Әле Шәрғиә әбейҙең һорауынан һуң уйҙарға тарыны: “Әллә кәләш, өндәшмәһә лә, һиҙҙеме икән? Эстән генә миңә рәнйеп йөрөйме икән? Әллә Хоҙай тигәндәре ысынлап та бармы, бөтәһен дә күреп торамы икән?”
- Инәй, - тине ул ҡабаланып, - әгәр ҙә мәгәр башмағым табылһа, аллаһи-билләһи, Әлфиә менән араны өҙәм!
Әй, әҙәмгенәм! Әй, туҡран тәүбәһе! Күпме кеше шулай тәүбә итә, ә теге йәки был эше ыңғай хәл ителдеме, тәүбәһен өҙөү уға бер ни ҙә тормай. Үҙенсә Хоҙайҙы алдайым, тейме, әллә үҙ-үҙен алдаймы - шайтан белһен!
Боҙоҡ эштең асылында ла шул күңел төбөндәге шайтан ҡотҡоһо ятмаймы икән?!
- Малың үҙ нигеҙеңә ҡайта, - тине әбей ышаныслы тауыш менән. – Насип мал ауыҙ йыртып инә ул. Йә ярай, биғәйбә.
Мөнир өйөнә ҡайтып, ишекте асып ебәреүгә, оло улы:
- Атай, һөйөнсө! Башмаҡ табылды! Ҡара шырлыҡта аҙашып, сыға алмай йөрөгән, - тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Мөнирҙең ҡапыл быуындары йомшарҙы, хәле бөттө. Ул ишек төбөндәге ултырғысҡа терәлде...
Был төндө Мөнир йәш бала төҫлө иҙрәп йоҡланы. Төшөндә Әлфиәне күрҙе...
Ғәлиә ӘЛИМҒУЖИНА.
Мораҡ ауылы.