Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
27 Февраль 2023, 07:29

Конкурс! Конкурс! Конкурс!

Яҙ айының иң күркәм байрамы – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө яҡынлаша. Шул уңайҙан беҙҙең "МОРАҘЫМ" гәзите" төркөмө “Ҡәҙерле кешемә - бүләккә!” тигән конкурс иғлан итә. Күркәм байрам уңайынан әсәйҙәрегеҙҙе, өләсәйҙәрегеҙҙе, тормош иптәштәрегеҙҙе, ҡыҙҙарығыҙҙы, апай-һеңлеләрегеҙҙе, ғөмүмән, яҡындарығыҙҙы матур бүләк менән ҡотлағығыҙ киләме, улайһа, беҙҙең конкурста әүҙем ҡатнашығыҙ. Еңеүселәргә – аҡсалата бүләк һәм бик матур милли биҙәүес!

Конкурс! Конкурс! Конкурс!Конкурс! Конкурс! Конкурс!
Конкурс! Конкурс! Конкурс!

Конкурстың шарттары:

*Яҡын кешегеҙ тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәтте (исем-фамилияһы, ҡайҙа йәшәй);

*бер нисә фотоһын беҙҙең "Мораҙым гәзите" төркөмөнә хәбәр итеп (сообщение) йәки ебәрегеҙ;

*яҡын кешегеҙгә арналған рәхмәт һәм ҡотлау һүҙҙәрен дә яҙырға була, уларҙы ла мотлаҡ рәүештә төркөмдә баҫтырырбыҙ; 

*конкурста ҡатнашыусылар хаҡында мәғлүмәт 27 февралдән 4 мартҡа тиклем ҡабул ителә;

*5,6,7,8 мартта ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреү була. 8 мартта иң күп тауыш йыйған ике ҡатнашыусы еңеүсе тип билдәләнә, иң күп тауыш йыйыусыға аҡсалата бүләк, унан ҡала икенсе урын яулаусыға милли биҙәүес тапшырыла. 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас