

Бөгөн Бикбулат ауылында ҙур, күркәм сара - "Шәжәрә байрамы" үтте, унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, күрше Татарстан Республикаһынан килгән ҡунаҡтар, район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин ҡатнашты.
Бикбулат ауылында ғүмер итеүсе 7 ара тирмәләр ҡуйып, үҙ шәжәрәһе, үҙ нәҫеле менән таныштырҙы. Һәр тирмә үҙенсәлекле, матур итеп биҙәлгәйне. хужалар ҡунактарҙы йыр-бейеү менән ҡаршы алды, үҙ шәжәрәһе менән ентекле таныштырҙы.
Бикбулат ауылының уңған ғаиләләре менән танышҡас, байрам сараһы ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте.
Дәртле, ҡунаксыл, тырыш һәм егәрле бикбулаттарға "Айыҡ ауыл-2022" конкурсында еңеү теләйбеҙ.