Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
22 Февраль 2023, 04:56

"Туған телем шундай матур!"

Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә район үҙәк китапханаһында Педагог һәм остаз йылына арналған түңәрәк өҫтәл булды. Унда оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытҡан мәғариф ветерандары ҡатнашты. Китапхана хеҙмәткәре Светлана Халиҡова әйтеүенсә, сарала ҡатнашыусылар йылы һәм дуҫтарса мөхиттә хеҙмәт эшмәкәрлегендәге хәтирәләре менән уртаҡлашты, һәр тел ҡабатланмаҫ һәм милләттең мәҙәниәтен, йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдыра тигән фекер белдерҙе. Унда шулай уҡ милли телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде, уҡытыусылар Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырын һөйләне.   

"Туған телем шундай матур!""Туған телем шундай матур!"
"Туған телем шундай матур!"

Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә район үҙәк китапханаһында Педагог һәм остаз йылына арналған түңәрәк өҫтәл булды. Унда оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытҡан мәғариф ветерандары ҡатнашты.

Китапхана хеҙмәткәре Светлана Халиҡова әйтеүенсә, сарала ҡатнашыусылар йылы һәм дуҫтарса мөхиттә хеҙмәт эшмәкәрлегендәге хәтирәләре менән уртаҡлашты, һәр тел ҡабатланмаҫ һәм милләттең мәҙәниәтен, йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдыра тигән фекер белдерҙе. Унда шулай уҡ милли телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде, уҡытыусылар Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырын һөйләне. 

 

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас