Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
22 Февраль 2023, 04:06

Көмөшкә аппараты шартлап, ике кеше йәрәхәтләнгән

Был хәл ҡайҙа булған?

Көмөшкә аппараты шартлап, ике кеше йәрәхәтләнгәнКөмөшкә аппараты шартлап, ике кеше йәрәхәтләнгән
Көмөшкә аппараты шартлап, ике кеше йәрәхәтләнгән


Кисә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығына Баймаҡ ҡалаһының Куйбышев урамындағы йортта көмөшкә аппараты шартлауы тураһында хәбәр килгән.

Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килә. Йорттоң 1 квадрат метр майҙаны янып киткән, янғын һүндереүселәр килгәнсе ут һүндерелгән.

Ваҡиға һөҙөмтәһендә йортта йәшәгән ир менән ҡатын йәрәхәтләнә, уларҙы дауаханаға оҙаталар.

Автор:
Читайте нас