

Мәктәпте бөткәс Күмертау һөнәрселек училищеһында уҡып, Семен-Петровский мәктәбендә эшләй башланым. Шул осорҙа, 1994 йылдың мартында, армияға киттем. Хабаровск өлкәһенә Комсомольск на Амуре ҡалаһына Башҡортостандан 70-ләп кеше алынды. Был мәлдә, белеүегеҙсә, Чечня, Тажик-афған сиктәрендә тыныс түгел ине, беҙҙең егеттәр шунда барырға теләк белдереп өҫкә ғариза яҙып ҡараны, әммә “һеҙ бында кәрәгерәк” тип берәүҙе лә ебәрмәнеләр. Армияла миңә атайым хеҙмәт иткән ерҙәрҙе, ул үткән юлдарҙы тапарға, шуға бәйле ҙур ғорурлыҡ тойғоһо кисерергә насип булды. Армия сыныҡтырҙы, бер башҡа үҫтерҙе, - тип, әрме йылдары хәтирәләре менән уртаҡлашты Закир Сәрүәр улы.
Әрменән йөрәгенә яңы көс-дәрт алып ҡайтҡан егет Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инә, башкөллө эшкә сума. Волостновка мәктәбен ҙур яуаплылыҡ менән етәкләгән хеҙмәткәрҙең иңдәренә аҙаҡ Иртөбәк ауыл биләмәһе башлығы вазифаһы йөкмәтелә. Урындағы халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләүсе етәксе үҙе лә районда уҙғарылған бер спорт сараһынан, хәрби-патриотик йөкмәткеле тантаналарҙан, байрамдарҙан ситтә ҡалмай. Өлгөлө күп балалы атай булараҡ, улдарын да ҡыйыу итеп үҫтерә - өлкәне армия сафын үтһә, кесеһе буласаҡ Ватан һаҡсыһы. Тимәк, өлкән яугир – Ленинград блокадаһында ҡатнашҡан Сәрүәр Мотаһар улының илһөйәрлеге лә, рух ялҡыны ла быуындан-быуынға күсә, тапшырыла килә.