+28 °С
Облачно
Бикбулаттар өсөн бөгөнгө көн айырыуса тулҡынландырғыс. Яңыраҡ ҡына МХО-ла ҡатнашҡан ауылдаштарын ҡаршылағайнылар, уларға кире китергә лә ваҡыт еткән. Ауыл халҡы менән күмәкләп йыйылып, изге теләктәрен теләп, күстәнәстәрен, кәрәк-яраҡ әйберҙәрен тейәп оҙатып ҡалдылар. Ил-йортобоҙҙо ҡайғы хәбәрҙәре урап үтһен, үҙ аяҡтарында тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип булһын һалдаттарға.