Мораҙым
+21 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
21 Февраль 2023, 11:30

Туған телдәр көнө.Саралар.

Туған телдәр көнөнә ҡарата районыбыҙ мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында шаулап-гөрләп төрлө саралар үткәрелә. Туған телдең матурлығы тураһында дөйөм мәктәп линейкалары, кластан тыш саралар, мәктәпкә килгән уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы милли кейемдәрҙә башҡортса сәләмләү ойошторола.

Белем усаҡтарында уҡыусылар өсөн туған телдә «Туған тел. Төрлөлөктә берҙәмлек» тигән синыфтан тыш саралар уҙғарыла.Башланғыс класс уҡыусылары араһында «Әҙәби әҫәрҙәр буйлап» һүрәт төшөрөү конкурсы үткәрелһә, уртансы класс уҡыусылары «Минең телем- минең халҡым» шиғыр һөйләү конкурсында теләп ҡатнаша.
20 февралдән 24-нә тиклем белем биреү ойошмаларында уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн «Уҡы, ә мин тыңлайым!» тигән китап акцияһы уҙа. Фестивалдә ҡатнашыусылар туған телдәге әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе туғандарына, өләсәй-олатайҙарына, дуҫтарына уҡый.
Шулай уҡ, республика кимәлендә Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арнап, күренекле яҙыусылар, шағирҙар, ғалимдар иҫтәлегенә «Игебай уҡыуҙары», «Кейекбай уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференциялар, «Халыҡ шағиры», «Биҙәк», «Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады» әҙәби-ижад конкурстары һәм фестивалдәре үткәрелә.Был сараларҙа беҙҙең район уҡыусылары һәм уҡытыусылары теләп ҡатнаша һәм яҡшы күрһәткестәргә ирешә.

Автор:
Читайте нас