Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
21 Февраль 2023, 06:38

"Бәләкәйҙән зәңгәр тельняшка кейергә хыялландым"

Иҫтәлекле байрам етеп килгәндә, әлбиттә, һүҙебеҙ ҡасандыр һалдат шинелен кейеп ил һағында тоғро торған Ватан һаҡсыһы тураһында булыр.  Тирә-яҡҡа оҫта ҡурайсы, “Бәйембәт” этно-рок төркөмө етәксеһе булараҡ яҡшы таныш Линар Сәйфетдинов – диңгеҙ-һыуҙы, утты кискән моряк.

"Бәләкәйҙән зәңгәр тельняшка кейергә хыялландым""Бәләкәйҙән зәңгәр тельняшка кейергә хыялландым"
"Бәләкәйҙән зәңгәр тельняшка кейергә хыялландым"

- 2010 йылдың 17 июнендә Өфө сәнғәт училищеһын бөттөм, 20 июндә армияға алып та киттеләр. Ҡулыма повестка алғас, барырғамы-юҡмы тигән һорау башыма инеп тә сыҡманы. Атайым алдан уҡ “Армияға бармаһаң, һин кеше түгел” тип киҫәтеп ҡуйғайны. Үҙ теләгем менән морфлотҡа яҙылдым, бәләкәйҙән зәңгәр тельняшка кейергә хыялландым. Яратҡан бабайым да – атайымдың бер туған ағаһы, ике туған ҡустым да армияһын хәрби-диңгеҙ флотында үткән, - тип, нисек моряк булып киткәне тураһында әйтеп алды Линар.

 Учебканы Севастопольдә үткәс, ябай ауыл малайына (тыумышы менән ул Сәйетҡолдоҡо) тура мәғәнәһендә диңгеҙ-һыуҙар кисеп, Турция, Греция, Италия, Франция, Марокко, Кипрҙы үтергә, Сүриәне күреү насип була. Линар хеҙмәт иткән корабль экипажына яуаплы хәрби бурыс йөкмәтелә – Сүриә республикаһы янындағы акваторий, Тартус ҡалаһын,   бирелә йәшәүсе халыҡ мәнфәғәтен, именлеген һаҡлау, тыныслығын хәстәрләү. Хәүефле сикте ете ай дауамында күҙәтеү аҫтында тотоп, иңдәренә төшкән бурысты ҙур яуаплылыҡ менән үтәп имен-аман ҡайтып төшә моряктар.

 Армиянан һуң дәрт-ялҡынлы егет Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтында уҡый. Артабан үҙен йәш быуынға патриотик һәм мәҙәни-рухи тәрбиә биреүгә бағышлай. Мораҡ башҡорт гимназияһында шайморатовсылар класына “Мәргән уҡсы”нан һабаҡ бирһә, йыр-моңға әүәҫтәр өсөн ҡурай түңәрәге алып бара. Район мәҙәниәт һарайында ла Линар Сәйфетдинов етәкселегендә “Уғатар” йәш мәргәнселәр һәм ҡурай буйынса түңәрәктәр эшләй. Хәләл ефете Әлфиә, ҡыҙҙары Әминә менән Алтынай – рухи йыуанысы, илһам сығанағы. 

 Райондың флотта хеҙмәт иткән ил улдары һаман да илебеҙ, кешелек яҙмышына битараф ҡала алмай.. Бөгөн Украинала махсус операцияла ҡатнашҡан хеҙмәттәш дуҫтарына гуманитар ярҙам күрһәтергә лә, Йомағужа балалар йорто менән тығыҙ бәйләнештә булып, етемдәрҙең күңелен күрергә лә әмәлен табалар. Үҙҙәре айҡаған диңгеҙҙәй киң күңелле шул беҙҙең моряктар!   

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас