Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
16 Февраль 2023, 11:40

Йәш таланттар яулай яңы үрҙәр

Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе коллективы һәм тәрбиәләнеүселәре әленән-әле үҙҙәренең уңыштары менән һөйөндөрөп тора. Был аҙнала “Хор менән йырлау”,  “Тынлы һәм һуҡма инструменттар”,  “Башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары (ҡурай)” бүлектәре уҡыусылары Салауат ҡалаһының музыка колледжында уҙған “Йәш таланттар – 2023” Бөтә Рәсәй Арт-проектының зональ этабында ҡатнашҡан. Йәш ҡурайсыларҙың ҡатнашыу һөҙөмтәләре: - Ислам Байгилдин - 2-се дәрәжә лауреат;  - Юлай Псәнчин, Радмил Ғөбәйҙуллин, Иҙел Исҡужин, Камил  Илмөхәмәтов – диплом (уҡытыусылары – Юлай Ҡыҙрасов). “Хор” бүлеге уҡыусылары һөҙөмтәләре: - Аиша Йыһаншина - беренсе дәрәжә лауреат һәм Салауат музыка колледжына имтиханһыҙ уҡырға инеү өсөн сертификат;  Миләүшә Баймырҙина менән Ксения Карягина – диплом (уҡытыусылары – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре  Флорида Кәримова). “Тынлы һәм һуҡма инструменттар” бүлеге уҡыусылары һөҙөмтәләре:  - Родион Волков - 1-се дәрәжә лауреат; Нияз Байтуғанов, Элина Ғүмәрова, Арсений Усов, Дамир Йәғәфәров – диплом (уҡытыусылары – Салауат Наҙарғолов). Еңеүселәр март айында  Өфө ҡалаһында үтәсәк финалда ҡатнашасаҡ. Йәш таланттарҙы ла, уларҙың һәләтен үҫтереүгә ҙур көс һалған уҡытыусыларҙы ла ихлас ҡотлайбыҙ! Афарин!

Йәш таланттар яулай яңы үрҙәрЙәш таланттар яулай яңы үрҙәр
Йәш таланттар яулай яңы үрҙәр

#культуракугарчинкогорайона #МДШИ#музыкальнаяшкола# юные таланты#

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас