Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
15 Февраль 2023, 06:14

"Төштәремдә һаман сик буйҙарын һаҡлайым"

- Төштәремдә һаман әле тау-таштар араһында йөрөп, сик буйҙарын һаҡлап алам, - ти Мораҡ ауылында йәшәүсе яугир-интернационалист Фәрит Исмәғилов.  Ул алыҫ йәшлегендә утты-һыуҙы кискән; Ватанының тоғро һаҡсыһы булараҡ, иңдәренә төшкән изге бурысты ҙур намыҫ менән үтәгән. Дәрт-ялҡынлы булмышы, тормошҡа сәме менән әле лә йәштәргә биргеһеҙ “йәшел беретлы” ул.

"Төштәремдә һаман сик буйҙарын һаҡлайым""Төштәремдә һаман сик буйҙарын һаҡлайым"
"Төштәремдә һаман сик буйҙарын һаҡлайым"

Яҙмабыҙ геройы төптән Муса ауылынан.  Заманында алдынғы комбайнер булған атаһы Хөснөтдин Насретдин улына эйәреп бала саҡтан техникаға, ауыл эшенә әүәҫ булып нығынып үҫә. 18 йәше тулып армияға алынғас элиталы һаналған ил һағы ғәскәрҙәренә эләгеүенә сикһеҙ ҡыуана. Ул 1989 йылдың апреленән 1982 йылдың йәмле июнь айына тиклем хеҙмәт итә. Үзбәкстан дала-сиктәрен генә түгел, утлы тажик-афған еренең сиктәрен, атаҡлы Пяндж йылғаһы эргә-тирәһен, Афған ере менән тоташтырған аҫылмалы күперҙе һаҡлау, хәрбиҙәрҙе күккә оҙатыусы вертолет майҙансығын айырым күҙәтеү аҫтында тотоу кеүек яуаплы бурыстар төшә пограничниктар иңенә.

 Тыныс тормошҡа ҡайтҡас, Фәрит Исмәғилов армияға тиклем ингән Сибай ҡалаһындағы аграр техникумындағы уҡыуын тамамлап, механик булып эшләп ала. Артабан яуаплыраҡ вазифалар үтәй, хаҡлы ялға киткәнсе 12 йыл Себер тарафтарын гиҙеп ғаиләһенең матди яғын хәстәрләй. Өлөшөнә төшкән көмөшө – ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлаған Люциә Фуат ҡыҙы менән матур тормош юлы үтеп, үҙ өлгөһөндә булдыҡлы балалар үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Лилиә, улдары Ришат лайыҡлы белем алып, үҙ һөнәрен, тормошта үҙ юлын тапҡан, икеһе лә ғаиләле.     

-  Ғүмерҙәр барған һайын хеҙмәт йылдары нығыраҡ иҫкә төшә, һикәлтәле юлдарҙы бергә үткән иптәштәр һағындыра, - тиеүсе яугирҙың ил сигендәге көсөргәнешле хәлдәр ҙә, йәмғиәттә тамыр йәйеп килгән вайымһыҙлыҡ та йөрәген һыҙландыра.

 Фәрит Хөснөтдин улы кеүек ҡасан да бер булһа төтөн еҫкәгән ил улдары өсөн кешеләр араһындағы йылы мөнәсәбәт, мәрхәмәтлек, хәрби туғанлыҡ, аяҙ күк йөҙө айырыуса ҡиммәтле һәм ҡәҙерле шул!

 Тулыраҡ яҙмабыҙ баҫманың 6-сы һанында.

 

   

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас