“Ғүмергә бергә-бергә”
Бикбулаттар ғаилә туйҙарын билдәләне
Саңғы ярышынан һуң бикбулаттар ауыл клубына йыйылды. Бында “Ғүмергә бергә-бергә” тип аталған 45-50 йыл йәшәгән ғаилә парҙарын тәбрикләү тантанаһы булды.
Район хакимиәте башлығы Марат Исҡужиндың ҡотлау хатын ҡоролтай рәйесе Рөстәм Сәйетбатталов тапшырҙы.
“Ғүмер итеү - үргә менеү тиҙәр. Ә үргә менеү бер ҙә еңел түгел. Йә ҡояш ҡыҙҙыра, йә ҡаршыға иҫкән ел-буран артҡа этә. Бына шул саҡта тормош иптәшең - ышаныслы терәгең булыу ниндәй ҙә ауырлыҡты еңергә ярҙам итәлер ул.
Хөрмәтле юбилярҙар, һеҙ бер-берегеҙгә мөхәббәтегеҙҙе һәм тоғролоғоғоҙҙо раҫлай алдығыҙ. Бөгөн һеҙ туғандарығыҙ, балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ араһында ҡыуанып ултыраһығыҙ. Һәр көнөгөҙ шулай яҡты һәм шатлыҡлы булһын. Һеҙгә оҙаҡ йылдарға һаулыҡ һәм бәхет теләйем. Йортоғоҙҙа мөхәббәт һәм бәхет хөкөм һөрһөн.
Аллаһ Тәғәлә һеҙҙе сәләмәтлектән, бәхеттән айырмаһын. Киләсәктә лә шулай бер-берегеҙгә терәк, кәрәк булып йәшәгеҙҙә йәшәгеҙ. Оло байрамығыҙ менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, тигеҙ ҡартлыҡ, бәхетле һәм игелекле оҙон ғүмер теләйем” тигән теләктәр яҙылған хакимиәт башлығының ҡотлау адресында.
“Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары, Әлмәс ауылы ҡыҙы Тәнзилә Үлмәҫбаева яҡташтарын ихлас ҡотлау һүҙҙәре менән тәбрикләп, “Юлдаш” радиоһының иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы.
- Ауыл ҡотон һаҡлап торған ғаиләләр булған саҡта, милләтебеҙҙең дә киләсәге ышаныслы тип ҡурҡмай әйтергә була. Тыуып үҫкән ерендә ерегеп, уға тоғролоҡ һаҡлаған, фиҙаҡәр һәм намыҫлы хеҙмәт иткән абруйлы ир-уҙамандар, ғаилә усағын һүрелтмәй тотҡан ҡатын-ҡыҙҙар ысын мәғәнәһендә һоҡландыра. Ауыл төҙөклөгөнән генә лә урындағы халыҡтың ни тиклем дә уңған, йүнсел икәнен күрергә була.Бикбулат ауылы был тәңгәлдә башҡаларға ла өлгө булырлыҡ икәненә иманым камил. Бик күркәм кешеләр, күркәм ғаиләләр йәшәй. “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ауылды лайыҡлы күрһәтеп, еңеп сығырға яҙһын, - тине Тәнзилә Абдулла ҡыҙы үҙенең сығышында.
Юбилярҙарҙы Урал ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илнур Сәйфуллин да ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе:
- Бөгөн беҙ ғаилә тормошоноң сапфир, алтын юбилярҙарын тәбрикләйбеҙ. Һеҙҙең тормош юлығыҙ гөл-сәскәле генә булмаған, һеҙ илебеҙ менән барлыҡ ауырлыҡтарҙы бергә күтәргәнһегеҙ, балалар, ейәндәр һәм бүләләр үҫтергәнһегеҙ. Ошо иҫтәлекле көнгә тиклем бер-берегеҙгә булған һөйөү хисен һаҡлап килгәнһегеҙ. Күп балалы һәм тәрбиәгә бала алған ғаиләләргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Киң күңелле, оло йөрәкле, сабыр булыуығыҙ һоҡландыра, тормош усағын һүндермәй, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалғанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, - тине ул.
Сәхнә түренән урын алған ғаилә юбилярҙары ысын мәғәнәһендә йөкмәткеле тормош юлы үткән парҙар.
Мәҫәлән, Фәниә һәм Альберт Айҙарбәковтарҙың иңгә-иң терәшеп, татыулыҡта-хөрмәттә ғүмер итеүҙәренә теүәл 50 йыл тулған. Ауылдаштары араһында абруй яулаған был ғаилә 3 ул тәрбиәләп үҫтергән. Альберт Ғимран улы байтаҡ йылдар Урал ауыл биләмәһе башлығы булып эшләһә, тормош иптәше Фәниә Хәмзә ҡыҙы бөтә ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған. Оҙаҡ йылдар рус теле һәм әҙәбиәте, шулай уҡ химия фәненән балаларға төплө белем биргән уҡытыусы ул.
Разифа менән Бикбулат Сафиндар икеһе лә ваҡытында совхоздың алдынғы эшселәре була. Алты балаға ғүмер биргән Сафиндар бөгөн 12 ейән-ейәнсәрен һөйөп, бәхетле ҡартлыҡ көндәрен кисерә. Разифа инәй “Әсәлек даны” миҙалы менән дә бүләкләнгән. Байрамда бөтә балалары сәхнә тултырып сығып баҫыуы ла һоҡланғыс күренеш булды.
Фатима Рәфғәт ҡыҙы менән Әбделлатиф Әмирйән улы Сафиндар ҙа Бикбулат ауылының данлыҡлы ғаиләһе. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар Күгәрсен совхозының “Урал” бүлексәһендә тракторсы, комбайнер була, ауыл биләмәһе рәйесе вазифаһын атҡара. Фатима апай ауыл мәктәбендә уҡытҡан, директор вазифаһын да оло яуаплылыҡ менән башҡарған, “Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы” билдәһе менән бүләкләнгән.
Фәнүзә менән Зәбир Тимербаевтарҙы бикбулаттар “һөнәрле ғаилә” тип ҙурлай. Ике ул тәрбиәләп үҫтергән был ғаилә, ысынлап та, ҡул эштәренә оҫта. Зәбир Насретдин улы – балта оҫтаһы. Ағасҡа “йән өрөп”, көнкүреш кәрәк-яраҡтары эшләгән семәрле һандыҡтары ауылдың һәр өйөндә тиерлек һаҡлана.
Фәнүзә апай – оҫта хужабикә. “Уның ҡулы тейгән ризыҡ телде йоторлоҡ тәмле була, нимә бешерһә лә, нимә эшләһә лә күңел йылыһын һалып башҡарғанға шулайҙыр”, - ти ауылдаштары. Ырғаҡ, энә менән төрлө селтәрҙәр, ултырғыс япмалары бәйләй, гөл-сәскә үҫтерергә лә ярата.Ваҡытында Татарстандың “Камаз” заводында ла алдынғы хеҙмәткәр булалар.
Һүҙҙе йомғаҡлап
Бәләкәй генә байрамды ла ҙурлап үткәрҙе бикбулаттар. Ауыл халҡын берләштереп, берҙәмлек, туғанлыҡ тойғоһон нығытты. Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле концерт программаһы ла тамашасы күңеленә хуш килде.
Был сараның тәрбиәүи әһәмиәте лә баһалап бөткөһөҙ. Ғаилә - киләсәк быуын өсөн үрнәк, камиллыҡҡа ынтылыу, үҙеңдән һуң һиңә доға ҡылырлыҡ һәм һинең дауамсыларың булырлыҡ нәҫел ҡалдырыу. Олоғайған көнөңдә балаларыңдың изгелеген күреп, бәхетле олатай-өләсәй булып тиң ҡартайыуҙары – үҙе бер бәхет бит ул.