

“Һәләк булған егеттәрҙең ата-әсәләрен беҙҙең кардиоүҙәккә дауаланыуға һәм реабилитацияға ебәрергә ҡарар иттек. Унда махсус программа эшләнгән, һеҙгә лә ошо мөмкинлек менән файҙаланырға һәм үҙегеҙҙең һаулығыҙҙы ҡарап алырға тәҡдим итәм. Һеҙҙең улығыҙ һәм хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған башҡа егеттәр һәр саҡ беҙең хәтерҙә булыр,” – тине төбәк етәксеһе.
Айҙар Айытҡужиндың ата-әсәһе Радий Хәбировҡа иғтибары һәм хәстәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.
“Семен-Петровский мәктәбендә улыбыҙ иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ урынлаштырылды, район хакимиәте бер мөрәжәғәтебеҙҙе лә кире ҡаҡмай. Улыбыҙ тураһындағы иҫтәлек өсөн бөтәһеҙгә лә ҙур рәхмәт”, - тине ата-әсә.