Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
13 Февраль 2023, 05:20

Һин күңелдә һаман, тауҙар иле...

Ошо көндәрҙә афған һуғышы тамамланыуға 34 йыл тула.  Совет һалдаттары тауҙар илендә 1979 йылдың 28 декабренән 1988 йылдың 15 февраленә тиклем,  йәмғеһе 9 йыл да 1 ай һәм 12 кѳн була. Беҙҙең районыбыҙҙан барлығы 67 егет Афғанстанда хәрби бурысын үтәй. Шуларҙың  өсәүһе  тыуған илгә цинклы табутта ҡайта...  Ҡасҡын ауылында тыуып үҫкән Хәйҙәр ағай Ибраиһмовҡа ла афғанда булырға тура килә. Уның хаҡында сайтта һәм тағы ла тулыраҡ мәҡәләне гәзиттә уҡырһығыҙ.

Һин күңелдә һаман, тауҙар иле...Һин күңелдә һаман, тауҙар иле...
Һин күңелдә һаман, тауҙар иле...

1967 йылда Ҡасҡын ауылында тыуған Хәйҙәр Хәсән улы.

Мәктәптән һуң Мораҡтағы 14-се һөнәрселек училищеһында тракторсы һөнәрен үҙләштереп, әрмегә тиклем Мораҡ мал һимертеү совхозының урындағы бүлексәһендә эшләп өлгөрә.

 1986 йылдың 14 майында хәрби хеҙмәткә алына.

 Алыҫ Көнсығышҡа сик буйы ғәскәрҙәре сафына эләгә йәш һалдат. Хабаровск крайының Княз-Волконский полигонында миномет тоҫҡаусыһына уҡып сыға, хәрби әҙерлек үтә, ярты йылдан һуң Ҡытай менән сиктәш Сквородино ҡалаһында хеҙмәт итә.

 Декабрь айында уларҙы Тажикстан Республикаһының Шурабад ҡалаһына күсерәләр. Бында Хәйҙәр ағай  миномет батальонының икенсе расчеты тоҫҡаусыһы була.

 1987 йылдың ноябрендә уларҙың батальоны Файзабад ҡалаһы янында сик аша Афғанстанға үтеп инә.

 Ҡырыҫ тәбиғәт шарттары, ал-ял белмәү үҙенекен итә һәм сәләмәтлеге ҡаҡшаған яҡташыбыҙ аяҡтан йығыла. Ауырыған һалдаттарҙы Тажикстан Республикаһының Таулы Бадахшан өлкәһенә ҡараған Калаи-Хумбтағы госпиталгә оҙаталар.

 Аяҡҡа баҫҡандан һуң үҙе хеҙмәт иткән ергә ебәрерҙәр тип көтөп йөрөгәндә, көтмәгәндә уларға теҙелергә бойороҡ яңғырай.

- Ауыр яралыларҙы бында алып килеү өсөн ашығыс ярҙам кәрәк. Кемегеҙ әҙер? – тип һорау бирә санчасть начальнигы.

 Ярҙамға ташланырға әҙер егеттәр араһында, әлбиттә, бәләкәйҙән ярҙамсыллыҡ, фиҙакәрлек кеүек сифаттарҙы үҙенә һеңдереп үҫкән Хәйҙәр ағай ҙа була.

- Ҡағыҙға ҡул ҡуйҙырып, беҙгә ҡорал, ҡоро кейем, боеприпастар бирҙеләр һәм вертолеттарҙың осош майҙанына алып килделәр. Беҙ яу яланынан яралыларҙы йыйып алабыҙ ҙа,  улар менән кире әйләнеп ҡайтабыҙ икән тип уйланыҡ. Һәр хәлдә беҙгә шулай тип аңлаттылар, - тип хәтер һандығын аҡтара яугир-интернационалист.

 Әммә вертолет Афғанстан сиген үтеп, һалдаттарҙы яу яланында ҡалдыра ла, кире оса. Ә тирә-яҡта ысын һуғыш бара...

- Оҙаҡ албырғап тороп булмай, төрлө яҡтан аталар. Тиҙ генә түңәрәк яһап оборонаға торҙоҡ.

 Тәүге тапҡыр ошондай хәлгә эләктек. Ҡурҡманыҡ, тип әйтһәм, алдау булыр ине. Әлбиттә, ҡаушап ҡалдыҡ. Ҡайҙа ҡарарға ла белеп булмай. Бар яҡтан аталар, үҙәккә үтерлек итеп яралылар ыңғыраша. Кемдер яралыларҙы ташый, кемдер оборона тота, ҡалғандарҙы ышыҡлай...

 Был алыш беҙгә мәңге туҡталмаҫтай тойолдо. Асылда ул 40-45 минут тирәһе барған. Барлыҡ яралыларҙы бер урынға йыйҙыҡ һәм беҙҙең арттан ҡабат килгән вертолетҡа тейәп, Союзға остоҡ. Оло үкенескә күрә, яралылар араһында үлгәндәр ҙә бар ине, - тәүге тапҡыр ут эсенә кергән сағы Хәйҙәр ағайҙың хәтеренә мәңгелеккә һеңеп ҡалған.

 Яралыларҙы госпиталгә алып барып ҡалдырғандан һуң уларҙың подразделениеһын йәнә Афғанстанға оҙаталар. 

 ***

  Афған иленең Муштив ҡалаһында хеҙмәт итә Хәйҙәр ағай. Уларҙың подразделениеһына хәрби дежурлыҡ эше йөкмәтелә. Төрлө хәрби йөктәрҙе, карауандарҙы һаҡлайҙар.

***

 Хеҙмәтен тамамлап, 1988 йылдың 10 июнендә тыуған өйөнә ҡайтып төшә һалдат. Ҡайтып бер аҙ ғына торғас, йәнә урындағы хужалыҡта эш башлай. Совхоз тарҡалғас, 15 йыл самаһы  Ырымбур өлкәһенең Төйөлгән районы урман хужалығында урмансы булып эшләй. Һуңғараҡ инде Себер яҡтарына эшкә юллана һәм әлеге мәлдә лә бульдозерсы-тракторсы булып, сит тарафтарҙа тир түгә. Оло улы Зөлфәр ҙә ситтә эшләй.

Хәйҙәр ағай менән Зәйнәп апай олатай-өләсәй, ҡартай-ҡәрсәй булыу бәхетен дә татыған: Мораҡта төпләнгән улдары Рәзил менән килендәре Алһыу Азалия исемле ҡыҙ, Асҡар менән Ислам исемле улдар, Түләбайҙа йәшәгән ҡыҙҙары Нурзилә менән кейәүҙәре Әлфир Морат һәм Нурислам исемле ике ул үҫтерә.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас