

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеп талғын. Һауа температураһы көндөҙ -4, -9 градус.
Йома, 10 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар, боҙлауыҡ фаразлана. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -7, -12 градус, аяҙытҡанда 17 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ -2, -7 градус.
Шәмбе, 11 февралдә, урыны менән йәнә бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -9, -14 градус, аяҙытҡанда 19 градусҡа тиклем һалҡын. Көндөҙ -5, -10 градус.