Бөгөн Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында "Дуҫлыҡ күпере" тип аталған ижади осрашыу булды. БР һәм РФ Журналистар союзы ағзаһы, Йомағужа моделле китапханаһы мөдире Зәйтүнә Әбдрәшитова етәкселегендәге төркөм ошо сарала ҡатнашты.
Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол башҡорт гимназияһында башланған сара район китапханаһында дауам итте. Белем усағының "Аҫылташ" балалар театры (режиссеры Р. Дәүләтбәков) Рәйес Түләк ижады буйынса " Күпер" видеомаһын тәҡдим итте. Китапханала һөйләшеү башҡорт теле, матбуғат, мәҙәниәт, әҙәбиәт, театр һәм китапханалар эшмәкәрлеге тураһында барҙы.
Әйткәндәй, был сарала "Айыҡ ауыл" конкурсанттары - Бикбулат ауылы вәкилдәре лә ҡатнашты.
Шулай уҡ Мәҡсүт, Сәлих ауылы активистары ла сараға саҡырылды.