Ул 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир-хәйбуллалар иҫтәлегенә арналған. Был ваҡиға 1812 йылғы Ватан һуғышының 210 йыллығы алдынан була. Утарбай Тауы-рәсәйҙең Ырымбур сик һыҙығы буйлап көнсығыш сиктәрен һаҡлап, хәрби хеҙмәт алып барған яугирҙарҙы йыйған тарихи урын. Ошонда уҡ 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт ғәскәрҙәренең йыйылма отрядтары ойошторола. Саҡырыуҙы ойоштороу менән шөғөлләнгән командирҙарҙың береһе Утарбай Торомтаев була, уның исеме менән тау аталған.