Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
7 Февраль 2023, 07:44

Ил ағаһы ҡулынан - ҡәҙерле бүләк

Төпсән ауылында йәшәүсе алты бала әсәһе – Рәйлә Хәсәнова мәртәбәле награданы хөрмәтле ил ағаһы ҡулдарынан алған, шуға күрә лә миҙалды ҡәҙерләп һаҡлай. - “Әсәлек даны” миҙалын 2003 йылда алдым, ул мәлдә ауылда социаль хеҙмәткәр булып эшләй инем. Өфөгә тулҡынланып барыуым, аҡ йортта республика президентын беренсегә яҡындан күреүем, тәбиғәтем менән оялсан булғас “нисек миҙал алырға сығырмын” тип үтә ҡаушауым бөгөнгөләй күҙ алдымда. Райондан беҙ өсәү булдыҡ, Мортаза ағайҙың ”Минең күгәрсендәрем килгән” тип арҡанан ихлас яратып, ағайҙарса хәстәрлек күрһәтеүен гел иҫләп алам, миҙалды уның ҡәҙерле бүләгеләй һаҡлайым, - тип, егерме йыл элек кисергән яҡты тәьҫораттары менән уртаҡлашты ул.

Ил ағаһы ҡулынан - ҡәҙерле бүләкИл ағаһы ҡулынан - ҡәҙерле бүләк
Ил ағаһы ҡулынан - ҡәҙерле бүләк

 Рәйлә Абуталип ҡыҙы төптән Бибулат ауылынан, булдыҡлы, алсаҡ Солтанморатовтар нәҫеленән. Ғаиләлә бер бөртөк кенә бала булһа ла, ғүмер баҡый совхоз фермаһында бил бөккән ата-әсәһенән күреп ауыр эшкә өйрәнеп үҫә. 1979 йылда Төпсән ауылына килен булып төшкәс, фермаға һауынсы булып эшкә сыға һәм совхоз тарҡалғансы шул һөнәренә тоғро ҡала.

 Икенсе яртыһы – Рәфис Нурғәле улы менән танышып ҡауышыуҙары элгәре кешеләрҙең тәүәккәл булыуына миҫал булып тора. Егет киномеханик ағаһы өсөн Бикбулатҡа һинд киноһы алырға бара. Бер күреүҙән күңеленә ятҡан мөләйем ҡыҙҙы ата-әсәһе менән йәһәт һоратып та бара һәм ныҡлы ғаилә ҡора.

 Ғаилә башлығы тоғро ир ҙә, донъя терәге лә, хәстәрлекле атай ҙа. 27 йыл ғүмерен малсы һөнәренә бағышлай ул. Совхоздар гөрләгән осорҙа урында һәм район етәкселеге һәр саҡ ирле-ҡатынлы Хәсәновтарҙың намыҫлы эшен билдәләп, егәрле эшсәндәрҙе тәбрикләргә, уларға оло хөрмәт күрһәтергә онотмай.

 Тынғыһыҙ эш араһында изгелекле ата-әсә бөркөттәй биш ул һәм бер ҡыҙына матур тәрбиә бирә. Армия сафын элиталы ғәскәрҙәрҙә үткән өлкән улдары – Илнурҙың әлеге ваҡытта Украина ерендә махсус операцияла  икенсегә хәрби бурысын ҙур намыҫ менән үтәгән сағы. Ата-әсәһе, ҡатыны Нурзидә, ике сабыйы ил һаҡсыһына именлек теләп, уның отпускыға ҡайтыуын дүрт күҙ менән көтә. Икенсеһе – Юнир ҙа ғаиләле, өс бала үҫтерә. Ҡустылары Зиннур, Илмир кеүек иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙ иткән. Берҙәнбер ҡыҙҙары Филүзә өс бала әсәһе, ашнаҡсы булып эшләй. Кинйәләре – Ишембай нефть колледжының 4-се курсында уҡыған Рамаҙандың әле Когалымда эш тәжрибәһе туплаған мәле.

 Ватанға тоғро ул-ҡыҙҙар үҫтереп, бөгөн дә хәләл көс һәм намыҫ менән йәшәүсе, мал, ҡош-ҡорт аҫрап, ихаталарын сәскәгә күмеп сәмләнеп донъя көтөүсе Рәйлә менән Рәфис Хәсәновтар Төпсәндең генә түгел, изге Күгәрсен еренең ырыҫын һаҡлай. Ә донъяның ваҡ мәшәҡәттәренән ил именлеген, мәнфәғәтен юғарыраҡ ҡуйыусы киң күңелле “Әсәлек даны” миҙалы эйәһе ил ағаһы ҡулдарынан алынған мәртәбәле миҙалдың тик лайыҡлыларға ғына бирелеүен үҙ өлгөһөндә иҫбатлап тора.    

   

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас