- Ил ағаһының тыуған көнөндә бөтә ерҙә хәтер көнө ойошторола. Беҙ ҙә был сараларҙан ситтә ҡалманыҡ, "Республикабыҙҙың беренсе Президенты- яҡташыбыҙ" темаһына әңгәмә үткәрҙек, балалар менән төрлө йылдарҙа төшкән фотоһүрәттәрен ҡараныҡ. Мортаза Ғөбәйҙулла улы ярҙамында төҙөлгән Йомағужа һыуһаҡлағысының һүрәттәре, Семено-Петровск ауылының сиркәүе һүрәте тураһында һөйләштек. Мортаҙа олатайҙың биографияһы менән таныштыҡ, тыуған иле өсөн бик күп эштәр эшләгәнлеген белдек кескәйҙәр менән. Уны ҙур хөрмәт менән иҫкә алдыҡ. Мортаҙа олатай - яҡташыбыҙ, тыуған төбәгебеҙҙең ысын патриоты булып, беҙҙең хәтерҙәрҙә мәңге һаҡланасаҡ, - ти Әнисә Әхмәҙулла ҡыҙы.