***
Халыҡ Беренсе президенттың изге эштәрен онотмаҫ,быуындан-быуынға еткерер, йылдар үтеү менән дә халыҡ хәтерендә һаҡланыр. Мортаза Рәхимов - бөйөк кеше! Уның тураһында йырҙар йырлайҙар, шиғырҙар, роман яҙалар.
Беҙ, тәүәкәндәр, уның эҙҙәренән йөрөйбөҙ, ул эскән шишмәнән һыу эсәбеҙ. Беҙ уның яҡташы булыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ул Башҡортостан өсөн оло маяҡ, өлгө.
Азалия Хәкимова
***
Мортаза Рәхимов ябай халыҡтың көнкүрешен яҡшыртырға тырышты. Бигерәк тә ауыл халҡы өсөн янды, көйҙө. Юлдар һалдыртты, балалар баҡсалары, мәктәптәр, спорт –һауыҡтырыу комплекстары төҙөттө, йәштәр өсөн яңы йорттар һалдырҙы, эш урындары булдырҙы. Халыҡ менән осрашҡанда ул үҙ телендә аралаша. Уның ҡанатлы һүҙҙәре кеше теленән төшмәй.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы һәр саҡ беҙҙең күңелдә йәшәне, йәшәй һәм йәшәйәсәк.
Айгүзәл Әбдрәхимова
***
Минең тыуған ауылым бәләкәй. Прогресс утары тип йөрөтәләр уны. Кескәй булһа ла ул йәмле. Йәштәр утары тип әйтергә лә була. Тигеҙ булып теҙелеп киткән өйҙәрҙә тик йәш ғаиләләр йәшәй. Беҙҙең ауылда балалар бик күп! Улар өсөн уйын майҙансығы ла эшләп ҡуйҙылар. Бер-ике өй генә ҡалып, бөтөп барған ауылдың хәҙер гөрләп тороуы өсөн Мортаза Ғөбәйҙулла улына ҙур рәхмәт!
Рәдиф Хайсаров
***
Мортаза Рәхимов спортты бик яратты. Уның иң яратҡан командаһы – “Салауат Юлаев”. Президент ҡарап ултырғанда юлаевсылар тағы ла сәмләнеберәк уйнайҙар ине. Гагарин кубогы чемпионы ла булдылар. Шулай уҡ “Урал” волейбол командаһының да көйәрмәне булды Рәхимов.
Йыл да Тәүәкәндә хөрмәтле Ил ағаһының тыуған көнөндә төрлө ярыштар үткәрелә: йөҙөү, саңғы, волейбол, шахмат. Райондың төрлө ауылдарынан килеп көс һынашалар. Беҙ ҙә был ярыштарҙан ситтә ҡалмайбыҙ.
Аделина Хәсәнова
***
Мин Прогресс утарынан. Ауылым матур, балалар күп. Мәктәпкә йылы, уңайлы автобуста йөрөйбөҙ. Мәктәбебеҙ заманса йыһазландырылған. Дәрестән һуң яҡты, иркен, күркәм мәҙәниәт йортона түңәрәккә ашығабыҙ. Беҙ унда бейейбеҙ, йырлайбыҙ.
Бәхетле бала сағыбыҙ өсөн Башҡортостандың беренсе Президенты, яҡташыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа ихлас рәхмәт әйтәбеҙ.
Илзидә Әмәкәсова
Тәүәкән урта мәктәбе уҡыусылары