

Сираттағы эш сәфәрендә юл өҫтө күптәнге танышыма инеп сыҡтым һәм... Уның бер бөртөк таянысы булып ҡалған кинйә улы Ғәлинурҙың картиналар галереяһын күреп таң ҡалдым. Яҙмы, көҙмө, ҡышмы... – һәр картинаһы был тормошҡа, тәбиғәткә тәрән һөйөү, ихласлыҡ менән яҙылған, һәр картинаһында тәбиғәт хозурлығына мәҙхиә йырлана. Билдәһеҙ рәссамдың күңел зауығы буйынса төшөргән һәм асыҡ буяуҙар өҫтөнлөк иткән зәңгәр тауҙар, төпһөҙ йәшеллек аръяғында туптар ҙа шартламай, ер йөҙөндә тыныслыҡ хакимлыҡ иткәндәй тойола, күңелдәр тыныслана...
Ғәлинурҙың ағастан юнып эшләнгән, йәиһә ҡалдыҡ-боҫтоҡ тимерҙән төҙөлгән изделиелары ла бар. Уның
бер нисә эшен уҡыусылар иғтибарына һәм хөкөмөнә тәҡдим итәбеҙ.