

... һәм 16 йәше тулыр-тулмаҫ борон уҡ йәйге каникулдарҙа комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләй башлай. Армиянан һуң, йәғни 2009 йылда инде егет үҙ аллы комбайн штурвалы артына ултыра. Бына шул осорҙан алып Ревал Рауил улы “Тәүәкән” ауыл хужалығы предприятиеһында намыҫлы хеҙмәт итә. Йылдың ҡайһы ғына мәлен алһаң да эш өҫтөндә ул: ҡыш “К-704” тракторы менән урамдарҙы ҡарҙан таҙартһа, йәй “Челенджер” комбайнында иген баҫыуҙарын иңләй. Етмәһә, үҙҙәренең шәхси “МТЗ” тракторы менән ауылдаштарына ла ярҙам итеп өлгөрә.
Ревалдың тормош иптәше – Мәләүез районының Һыртлан ауылы ҡыҙы Илгизә Мирас ҡыҙы ла килен булып төшкән еренә күптән ереккән, таштай батҡан һәм Тәүәкәндә абруйлы белгес булып танылған. Башта ул “Бәпембә” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләһә, 2020 йылдан алып мөдир вазифаһын башҡара. Бер-береһе өсөн йән атып торған йәштәр ике ул үҫтерә: 8 йәшлек Данияр 2-се класта уҡый, апрель айында 6 йәшен тултырасаҡ Динар әлегә балалар баҡсаһына йөрөй.
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.