- Бәләкәстән беҙ бергә үҫтек. Биш айға өлкән мин унан. Егет булып, ул Өфөгә киткәнсә гел бергә булдыҡ. Һуғыш башлаған йылды беренсегә барҙыҡ. Күмәк инек беҙ, бер үҙем тороп ҡалдым класташтарҙан.
Нәҡиә апай Тазиева уҡытты беҙҙе, Зәйтүнә апай ҙа уҡытты. Бында дүрт класс ҡына булды, аҙаҡ Теләүембәткә йөрөнөк. Ҡайһыныһы Алмалыла дауам итте.
Йәмилә тигән бер ҡыҙ булды. Мәктәпкә ҡаршы ғына. Ерек бөрөһөн ҡаты итеп тороп ҡайната. Мортаза менән беҙгә бирә торғайны.
Һәйбәт уҡыны Мортаза. Бергә уҡыныҡ, бергә уйнаныҡ, кискеһен уйынға ла бергә сыға торғайныҡ. Күмәк булһаҡ та, бер-беребеҙҙән айырылманыҡ. Күрше Эткөсөккә уйынға бара инек (“кем менән дуҫлашҡандыр, ишетелмәне” тигән була олатай, дуҫ серен әле булһа һаҡлай).
Аслығын да күрҙек, яланғаслығын да. Ҡуянтубыҡ, бәпкә, йыуа йыябыҙ тип ысыҡ кипмәҫ борон сығып китер инек. Ҡайтып киләбеҙ лыс һыу булып, әсәй алабутаға он һибеп, көлсә бешерә. Серек картуфы ла ҡалманы. Кейем тигән нәмә юҡ, һуғыш ваҡыты...
Именлек булһын инде илдә.
Мәктәпте бөткәс, әле өйләнергә уйламай ҙа инем, Ғөбәйҙулла ағай “Етте, малай, һиңә” тип туғыҙҙа ғына уҡып йөрөгән инәйегеҙҙе миңә һоратып, әйттереп ҡайтты. Хәҙер 67 йыл бергә тороуға.
Бик данлы нәҫел Рәхимовтар, абруйлы. Ауылға ҡайтҡан һайын күрешеп торҙоҡ. Фәүжәт мәрхүм Әлмөхәмәтов менән икебеҙҙе саҡыртып алып ине. Табын артында һөйләшеп, бала саҡты иҫләп, хәтирәләр уртаҡлашып күп ултырҙыҡ. Икебеҙҙе ике яҡтан ултыртып ҡуйыр ине. Фәүжәттәр Мортазаларға ҡаршы ғына йәшәнеләр, беҙҙән ике йәшкә кесе булһа ла, бергә йөрөнөк.
Һуңғы күреүем Рафиҡ мырҙаһын ерләргә ҡайтҡанда булғандыр. Мәсет эргәһендә бергә ултырҙыҡ. “Донъя үҙгәрҙе бит, ай-һай, яман үҙгәрҙе...” – тип ултырған булды.
“Мортаза, ярар, күрешкәнсе һау булып тор, бирешмә” , - тип арҡаһынан һөйөп яратып хушлашҡайным. Машинаға ултырырға йөрөгәндә артына әйләнеп көлөмһөрәп ҡараны. Шунан һуң башҡа күрмәнем... Йәне йәннәттә булһын, халыҡ онотмаһын, шул мөһим, - ти Миңлеғужа олатай.