Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Февраль 2023, 20:50

"Кәлүш байрамы"

Көн дә байрам, көн дә туй был бикбулаттарға. Эйе, "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашҡан ауылдарға күңелле. Ябай ғына көндән дә ҙур байрам яһайҙар. Эскеһеҙ йәшәү бигерәк тә күңелле икәне раҫлай улар! Бөгөн, мәҫәлән, кәлүш көнөн дә билдәләп ташланылар. Ялтырап торған эрзинкә кәлүш кейеп, сәхнәне дер һелкетеп бейеп, күңел асты. Ауыл ерендә айырыуса кәрәкле һәм уңайлы был аяҡ кейеменең ҡайҙан килеп сыҡҡанын да белделәр. Китапханасы Гөлнәзирә Кинйәбаева төрлө үҙенсәлекле факттар уҡып ишеттерҙе. Ҡатын-ҡыҙҙар кәлүш менән бәйле ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙө.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: