Мораҙым
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Февраль 2023, 08:39

Бикбулат ҡатын-ҡыҙҙары яулыҡ ябынды

Әй, килешә үҙҙәренә! Яулыҡ көнөнә арналған сараға "Ете ҡыҙ" милли ателье етәксеһе Әминә Әҙелғужина саҡырылды. Гүзәл заттар өсөн яулыҡ матурлыҡ өсөн генә түгел, ят күҙҙән һаҡланыу ҙа булып тора.  Яулыҡ ябыныу тарихы - бик тәрәндә. Ул бик күп халыҡтарҙың, дини йүнәлештәрҙең, шул иҫәптән ислам диненең дә, төп атрибуты, сағыу бер өлөшө булып тора. Яулыҡ - ҡатын-ҡыҙға матурлыҡ ҡына түгел, тыйнаҡлыҡ, бөхтәлек, баҫалҡылыҡ өҫтәй. Уны төрлө халыҡта төрлөсә ябыналар: рус халҡы сәсәкле шәл ябына,көндәлектә ҡайтара бәйләп маңлай тапҡырында суҡлап ҡуйыла; Һиндостанда ла ҡатын-ҡыҙҙар бөркәнсекһеҙ йөрөмәй; Израилдәрҙә яулыҡ “тихль” тип атала, сәсте ҡаплап артҡа бәйләнә, муйын асыҡ ҡала; Урта Азияла пәрәнжә менән ҡапланалар. Африкала тюрбан бәйләйҙәр. Ә мосолман ҡатын-ҡыҙҙары хиджаб (бөркәнсек) кейә. Әминә Мәғзүм ҡыҙы яулыҡ төрҙәре, уларҙың төп тәғәйенләнеше тураһында һөйләне, күркәм итеп яулыҡ ябыныу нескәлектәрен өйрәтте, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ябынырға өндәне.

Әй, килешә үҙҙәренә! Яулыҡ көнөнә арналған сараға "Ете ҡыҙ" милли ателье етәксеһе Әминә Әҙелғужина саҡырылды. Гүзәл заттар өсөн яулыҡ матурлыҡ өсөн генә түгел, ят күҙҙән һаҡланыу ҙа булып тора. 

Яулыҡ ябыныу тарихы - бик тәрәндә. Ул бик күп халыҡтарҙың, дини йүнәлештәрҙең, шул иҫәптән ислам диненең дә, төп атрибуты, сағыу бер өлөшө булып тора. Яулыҡ - ҡатын-ҡыҙға матурлыҡ ҡына түгел, тыйнаҡлыҡ, бөхтәлек, баҫалҡылыҡ өҫтәй. Уны төрлө халыҡта төрлөсә ябыналар: рус халҡы сәсәкле шәл ябына,көндәлектә ҡайтара бәйләп маңлай тапҡырында суҡлап ҡуйыла; Һиндостанда ла ҡатын-ҡыҙҙар бөркәнсекһеҙ йөрөмәй; Израилдәрҙә яулыҡ “тихль” тип атала, сәсте ҡаплап артҡа бәйләнә, муйын асыҡ ҡала; Урта Азияла пәрәнжә менән ҡапланалар. Африкала тюрбан бәйләйҙәр. Ә мосолман ҡатын-ҡыҙҙары хиджаб (бөркәнсек) кейә.

Әминә Мәғзүм ҡыҙы яулыҡ төрҙәре, уларҙың төп тәғәйенләнеше тураһында һөйләне, күркәм итеп яулыҡ ябыныу нескәлектәрен өйрәтте, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ябынырға өндәне.

Бикбулат ҡатын-ҡыҙҙары яулыҡ ябынды
Бикбулат ҡатын-ҡыҙҙары яулыҡ ябынды
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: