Мораҙым
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Февраль 2023, 13:04

Яҡташтарын ҡеүәтләп

Бикбулат арҙаҡлы шәхестәре менән дә данлыҡлы. Тыуған яғынан алыҫтағылар ҙа форсат тейгән һайын ҡайтырға ашҡына. Татарстандың Саба районында йәшәгән ауылдаштары Рәхимә Вәлиуллина ла, бикбулаттарҙың “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашҡанын ишеткәс, уларға теләктәшлек белдереп, видеояҙма аша ҡайнар сәләмдәрен еткерҙе.

 

         - Сит төбәктә йәшәһәм дә, һәр ваҡыт ауылымдың көнкүреше, йәшәйеше менән танышып, ауылым өсөн шатланып, яҡташтарым менән ғорурланып йәшәйем. Конкурста ҡатнашыуҙарына ихлас ҡыуандым. Шул турала ишеткәс тә, түҙмәнем, ауылыма ҡайтып ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар менән осрашып, ниндәй эштәр башҡарылыуы тураһында һөйләштем һәм беренселекте алыуҙарына ышанып ҡайттым.

 Беҙҙең Бикбулат ауылы тарихҡа бик бай. Ун йыл элек ауылдаштарым тураһында “Йәмле Кесе Эйек буйында” тигән китабым донъя күрҙе. Тик бер китапта ғына туҡталып ҡалырлыҡ түгел,  бик ҙур уның үткәне.

 Апайым Басира, атайым Мәсәлим, ҡәртәсәйем Һөйәрбикәләрҙең һөйләгәндәре һаман иҫемдә. Киләсәктә тағы ла китап булып донъя күрер тигән өмөт бар.

         Элек башҡорт халҡы ҡымыҙ, буҙа эскән, хәмерҙу оло гонаһҡа тиңләп, яҡын да килмәгән. Был эскелек, белеүебеҙсә,  йәмғиәттә үткән быуаттың 60 –сы йылдарында ғына урын ала башлаған. Мин бер шиғырымда былай тип яҙған инем:

“Элек ҡымыҙ эсеп, “Буранбай”ҙы йырлап,

Моңландырып ҡурай тартҡанһың!

Ә хәҙер һин әсе хәмер эсеп,

Ят ҡиблаға йөҙөң баҡҡанһың...”

         Эйе, беҙҙең бик күптәребеҙ хәмер һаҙлығына батты, ә унан сығыуы бик ауыр. 

         Башҡорттар, бигерәк тә, беҙҙең Бикбулат  ауылында, элек-электән ҡунаҡсыллығы менән дан тотҡан. Бер осор кешеләр  ҡунаҡтарҙа аяғөҫтө баҫып, хәмер менән һыйлауға күсеп бөттөләр. Ошо афәтте тамырынан йолҡоп ташлау өсөн ауылдаштарым “Айыҡ ауыл” конкурсына ҡушылды.  “Сәмәй”, араҡы һатыусыларҙы туҡтатыу, хәмер менән дуҫ булғандарҙы “йәшел йылан” ҡоллоғонан йолоп алыу маҡсатында төрлө әһәмиәтле эштәр башҡарыла.  Халыҡ кәсептәре,  күркәм йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, фольклорыбыҙҙы тергеҙеүгә күп көс һалалар. Халҡыбыҙҙың үткәне данлы, бөгөнгөһө - ныҡлы, киләсәгебеҙ – ышаныслы.

         Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам ебәреүҙә лә бикбулаттар бик әүҙем. Ауылдың киләсәге булған йәштәр ҙә онотолмай, улар өсөн спорт саралары ла даими ойошторола. Бынан тыш, мәҙәниәт усағы ла  гөрләп тора, ижад кисәләре, осрашыуҙар үтә.

Ауыл хәҙерге көндә лә гөрләп тора. Был конкурсты ойоштороусыларға ихлас рәхмәттәремде еткерәм. Матур итеп йәшәү өсөн ябай кешеләргә лә ҙур этәргес был.

         Эскелек – хурлыҡ, айыҡлыҡ – ҙурлыҡ, ти халыҡ мәҡәле. Халҡыбыҙҙы ҙурлайыҡ, үҙебеҙҙе ҙурлайыҡ. Ошо хәләл конкурста еңеү яулап сығыуығыҙға иманым камил, - ти Рәхимә Мәсәлим ҡыҙы ауылдаштарын ҡеүәтләп.

Яҡташтарын ҡеүәтләп
Яҡташтарын ҡеүәтләп
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: