Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Февраль 2023, 13:11

"Халыҡ менән бергә эшләйбеҙ"

 Бикбулат  һуңғы осорҙа ҡайнап торған мәҙәни-спорт үҙәгенә әйләнде. “Айыҡ ауыл-2022” республика конкурсында әүҙем ҡатнашҡан төбәк ысын мәғәнәһендә изге башланғысҡа юл яра.  

Ауылдың күтәрелеп китеүендә булдыҡлы, йәш етәксеһен дә роле ҙур.

Урал ауыл советы биләмәһе башлығы Илнур Сәйфуллин әйтеүенсә, “Айыҡ ауыл-2022” конкурсында ҡатнашыуға дәррәү тотондо.

         - Республика этабында беҙ “Ҙур ауылдар” номинацияһында ҡатнашабыҙ. Көнәркәштәр күп һәм көслө генә. Шуға ҡарамаҫтан,үҙ көсөбөҙгә ныҡлы ышанып, ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Шуны ла билдәләп әйтеп үтер инем: Бикбулат бығаса спорт яғынан әллә ни күҙгә салынмай торғайны, ошо конкурс сиктәрендә сәләмәтлекте һәм айыҡлыҡ хәрәкәтен пропагандалаған бихисап ярыштар, турнирҙар ойошторолдо. Үткән аҙналарҙың береһендә Стәрлетамаҡ физкультура колледжы студенттары һәм уҡытыусылары менән берлектә мәктәп уҡыусылары өсөн ҡышҡы спорт ярыштары үтте. Ентекле әҙерләндек: трасса һалдыҡ, флагтар ҡаҙап, ҡунаҡтарҙы күңелле музыка уйнатып ҡаршы алдыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар самауыр сәйҙәре ҡайнатып, мул табын ҡорҙо.

         Биш командаға бүленеп, төрлө уйындар уйнанылар, ярыштылар. Балаларҙың саф һауала йүгерешеп уйнауҙарын күреп, ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа ҡыуанды. Беренсенән, улар һаулығын нығыта, телефонға, компьютерға текәлеп ваҡыт үткәрмәй, әүҙемлек күрһәтә; икенсенән, бер –береһе менән аралашып, дуҫлашып, үҙҙәренең һәләттәрен дә аса, командала эшләргә өйрәнә.

         Район-ара волейбол турнирҙарында ла ҡатнаштыҡ. Ниндәй кимәлдәге ярыштар булһа ла, беҙ иң тәүҙә үҙебеҙҙә һайлап алыу этабын үткәрәбеҙ. “Рәсәй саңғыһы”  асыҡ ярыштар ла быйыл беҙҙә була. Әлеге көндә ныҡлы әҙерлек эштәре бара.

         Бикбулаттың йыйылма командаһы ошо арала Ейәнсура, Бөрйән райондарында  спорт сараларында район данын яҡлаясаҡ. “Мәргән уҡсы” турнирына ла әҙерләнәбеҙ.

         Ҡыҫҡаһы, беҙ “Айыҡ ауыл-2022” конкурсы сиктәрендә бикбулаттарҙы төрлө яҡлап асырға тырышабыҙ. Спорт та, мәҙәниәт тә бергә үрелеп китеп бара.

         Ауылда “Ағинәйҙәр ҡоро”, “Аҡһаҡалдар ҡоро” йәмәғәт ойошмалары, “Серҙәштәр” ҡатын-ҡыҙҙар клубы, “Атайҙар мәктәбе”, йәштәр ҡоро эшләй.

         Спиртлы эсемлектәр менән мауығыусылар араһында аңлатыу эштәре даими ойошторола. Уларҙы ла йәмәғәт эштәренә йәлеп итергә тырышабыҙ. Әйткәндәй, спорт ярыштарында ла улар әүҙем ҡатнашты. Уларҙы эшкә урынлаштырыу буйынса ла ярҙам итәбеҙ,  - ти Илнур Миңлеғәли улы.

"Халыҡ менән бергә эшләйбеҙ"
"Халыҡ менән бергә эшләйбеҙ"
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: