Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
3 Февраль 2023, 06:16

Февраль айы нисек була?

Синоптиктар ниндәй һауа  торошо вәғәҙә итә?

Февраль айы нисек була?Февраль айы нисек була?
Февраль айы нисек була?

Рәсәй Гидрометеоүҙәге хәбәр итеүенсә, февралдә Башҡортостанда уртаса айлыҡ һауа температураһының нормаға ярашлы (-11,7 градус) булыуы көтөлә. Айлыҡ яуым-төшөмдөң дә нормаға ярашлы булыуы күҙаллана (20-40 миллиметр).

Бөгөн, 2 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы -6, -11, урыны менән -1 градус.

Йома, 3 февралдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Төндә -10, -15, аяҙытҡанда -18, -23, көндөҙ -3, -8, урыны менән -13-кә тиклем һалҡын була.

Шәмбе, 4 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар, боҙлауыҡ фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -8, -13, аяҙытҡанда -16, -21, көндөҙ -1, -6, көньяҡ-көнсығышта -11 градусҡа тиклем.

Автор:
Читайте нас