Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Февраль 2023, 10:38

Бикбулат йәмәғәт ойошмалары "Күңелле старт" уйынында ҡатнашты

"Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә бында бер нисә йәмәғәт ойошмаһы барлыҡҡа килде. "Ағинәйҙәр ҡоро", "Аҡһаҡалдар ҡоро", ҡатын-ҡыҙҙар советы күптән эшләп килһә, яңыраҡ мәктәптә "Кесе ҡоролтай" барлыҡҡа килде, йәш ҡатындарҙы "Серҙәштәр" клубына тупланылар. Кисә мәктәп спорт залында район ҡатын -ҡыҙҙар советы ағзалары уларҙы "Күңелле старт" ярышына йыйҙы. Ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс уйындарҙа балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә ҙур теләк менән ҡатнашты. Һөҙөмтәлә "Кесе ҡоролтай" командаһы еңеү яуланы. Ни тиһәң дә, йәштәрҙә дәрт тә, көс тә, дарман да етәрлек шул.  Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла татлы приздар менән бүләкләнде.  

Бикбулат йәмәғәт ойошмалары "Күңелле старт" уйынында ҡатнашты
Бикбулат йәмәғәт ойошмалары "Күңелле старт" уйынында ҡатнашты

Азамат Ғәҙелшин фотоһы.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: