Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Ғинуар 2023, 09:19

Бикбулатта хәйриә концертты булды

Район мәҙәниәт һарайы артистары менән Бикбулат ауылы һәүәҫкәрҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡа яҡташтарыбыҙға ярҙам йөҙөнән хәйриә концертты ойошторҙо. "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә үткән саралар бында көн һайын гөрләп торһа ла, халыҡ хәйриә концертына ҙур теләк менән йыйылды. Район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин менән уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлгөнә Абдуллина ла тамашанан ситтә ҡалманы. Марат Сәлим улы гуманитар ылау менән хәрби операция биләмәһенә егеттәребеҙ янына барып ҡайтыуын һөйләне. -Уларҙың теләктәрен иҫәпкә алып, иң кәрәкле әйберҙәрҙе алып барҙыҡ. Һәр береһенең ҡулын ҡыҫып, ҡосаҡлап, имен-һау ҡайтыуҙарын теләнем, уларҙың ҡайнар сәләмдәрен дә һеҙгә еткерәм, - тине хакимиәт башлығы.  Район мәҙәниәт һарайы артистары Нәғим Нуриманов, Ришат Бәҙретдинов, Ләйсән Дауытова, Шәйрә Әлимғужина, Линар Абдуллин, Линар Сәйфетдинов, Ғәлим Кинйәбулатов, шулай уҡ Бикбулат һәүәҫкәрҙәренең сығыштары тамашасы күңеленә хуш килде.  Концерттан килгән килем хәрби оперцияла ҡатнашыусыларға ебәреләсәк.

Район мәҙәниәт һарайы артистары менән Бикбулат ауылы һәүәҫкәрҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡа яҡташтарыбыҙға ярҙам йөҙөнән хәйриә концертты ойошторҙо. "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә үткән саралар бында көн һайын гөрләп торһа ла, халыҡ хәйриә концертына ҙур теләк менән йыйылды.

Район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин менән уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлгөнә Абдуллина ла тамашанан ситтә ҡалманы.

Марат Сәлим улы гуманитар ылау менән хәрби операция биләмәһенә егеттәребеҙ янына барып ҡайтыуын һөйләне.

-Уларҙың теләктәрен иҫәпкә алып, иң кәрәкле әйберҙәрҙе алып барҙыҡ. Һәр береһенең ҡулын ҡыҫып, ҡосаҡлап, имен-һау ҡайтыуҙарын теләнем, уларҙың ҡайнар сәләмдәрен дә һеҙгә еткерәм, - тине хакимиәт башлығы.

 Район мәҙәниәт һарайы артистары Нәғим Нуриманов, Ришат Бәҙретдинов, Ләйсән Дауытова, Шәйрә Әлимғужина, Линар Абдуллин, Линар Сәйфетдинов, Ғәлим Кинйәбулатов, шулай уҡ Бикбулат һәүәҫкәрҙәренең сығыштары тамашасы күңеленә хуш килде. 

Концерттан килгән килем хәрби оперцияла ҡатнашыусыларға ебәреләсәк.

Бикбулатта хәйриә концертты булды
Бикбулатта хәйриә концертты булды
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: